Динир Әхмәтйәнов — урман хужалығы министры31.05.2014
Динир Әхмәтйәнов — урман хужалығы министры
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән Динир Әхмәтйәновты республиканың урман хужалығы министры итеп тәғәйенләне. Икенсе Указ менән Рәжәп Нәбиуллин урман хужалығы министры вазифаһынан бушатылды.


Әхмәтйәнов Динир Әсғәт улы 1957 йылдың 28 октябрендә Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында тыуған. Юғары белемле – Башҡорт дәүләт аграр университетын, Урал социаль идара һәм политология институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1979 йылда ВЛКСМ-дың район комитетында инструктор булып башлай. 1980 – 1995 йылдарҙа Әбйәлил районы халыҡ депутаттарының Амангилде ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе, “Заветы Ильича” колхозында партком секретары, КПСС-тың Әбйәлил район комитеты секретары, халыҡ депутаттарының Әбйәлил район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләй, “Красная Башкирия” ширҡәтен етәкләй. 1995 – 2008 йылдарҙа – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, 2008 – 2011 йылдарҙа – Өфөнөң Ленин районындағы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе, 2011 йылдан әлегә тиклем Бөрйән районы хакимиәте башлығы булды.


Вернуться назад