Депутаттар “декрет ваҡыты” яҡлы31.05.2014
Был туралағы тәҡдим Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың кесе йомала булып үткән ултырышында яңғыраны: депутаттар беҙҙең республика террторияһында ваҡытты бер сәғәткә артҡа күсереүҙе (UTC+5) һорап Рәсәй Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итте. Бишенсе саҡырылыш парламенттың туғыҙынсы ултырышында башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҙә ҡаралды.


Беҙҙең ил 1930 йылдан алып 1981 йылға саҡлы “декрет ваҡыты” тип аталған сәғәт поясында йәшәне. Ошо система, тарих күрһәтеүенсә, халыҡҡа һәм ойошмаларға бик уңайлы ине. Хәҙер көн яҡтырыу һәм ҡараңғы төшөү ваҡытының яйһыҙ мәлгә тура килеүе арҡаһында күптәр һуҡрана. Республика парламенты депутаттары шул кәмселекте төҙәтергә ынтыла ла инде.
Ултырышта Башҡортостан Хөкүмәтенең 2013 йылда республика маҡсатлы программаларының үтәлеше тураһындағы отчеты ла тыңланды. Сығыш яһаусыға – Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, иҡтисад министры Евгений Мавринға – депутаттар һорауҙарҙы бик күп бирҙе.
— Беҙ халыҡты ҡабул иткәндә, кешеләрҙе иң борсоған мәсьәләләр ауылдың инфраструктураһына ҡағылышлы булып сыға, – тине, мәҫәлән, депутат Рөстәм Ишмөхәмәтов. – Уның буйынса ниндәй программалар бар йәки ҡабул ителәсәк?
Евгений Маврин был һорауға оҙаҡ ҡына яуап бирҙе. Уның яуабынан һәр төрлө программаларҙың ҡатмарлы исемдәрен һәм терминдарҙы алып ташлаһаң, асылы шуға ҡайтып ҡала: Хөкүмәт ауылдың инфраструктураһын үҫтереү өҫтөндә эшләй, һәм киләсәктә уға иғтибар артасаҡ. Иҡтисади хәл мөмкинлек бирһә, әлбиттә.
Ахырҙа, һорауҙар туҡтамауын күреп, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев үҙе һүҙ алырға булды: “Һиҙәһегеҙме? – тип мөрәжәғәт итте ул вице-премьерға. – Депутаттарҙың күпселеге был программаларҙың уңышлы үтәлеү-үтәлмәүен нисек билдәләүегеҙҙе, ниндәй үлсәм буйынса баһалауығыҙҙы аңлай алмай. Абстракт төшөнсәләр менән эш итмәһәк ине...”
Ошо ултырышта ҡабул ителгән закон проекттарының ҡайһы берҙәре:
“Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләрҙе дәүләт яҡлауы тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”: күп балалы ғаиләләргә “Газель” микроавтобусы урынына 600 мең һум аҡса биреү. Сәбәбе: был микроавтобусҡа дәүләт теркәүе үткәреү, транспорт һалымы түләү, яғыулыҡ-майлау материалдары һәм запчасть алыу һ.б. сығымдар ауырға төшә, ә күп балалы ғаиләләрҙең килеме, ғәҙәттә, бик түбән. Һөҙөмтәлә улар микроавтобусты баҙар хаҡынан байтаҡҡа осһоҙораҡҡа һатып ебәрергә мәжбүр;
“Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”: Урман кодексы шарттарына ярашлы ҡырҡылған ағасты фәҡәт килешеүҙә ҡаралған маҡсатта ғына файҙаланыу рөхсәт ителә. Уны бүтән кешегә тапшырыу йәки һатыу, ҡырҡҡан йәки ташыған өсөн өлөшләтә булһа ла ошо ағас менән түләү тыйыла.
“Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы социаль яҡлау буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”: ата-әсәһен юғалтҡан юғары йәки урта профессиональ уҡыу йорто студенты тулы дәүләт тәьминәтенә күсерелә. Был хоҡуҡ менән ул 23 йәшкә тиклем файҙалана ала.




Вернуться назад