Әҙерлек әүҙем бара31.05.2014
Әҙерлек әүҙем бара
Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә ил Президенты советнигы, 2014 – 2015 йылдарҙа Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында һәм 2015 йылда БРИКС берекмәһендә Рәсәй Федерацияһының рәйеслеген тәьмин итеү буйынса ойоштороу комитеты секретариаты етәксеһе Антон Кобяков ҡатнашлығында эш кәңәшмәһе булды.


Сарала киләһе йыл Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советының ултырышын һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуын үткәреүгә инфраструктура объекттарын әҙерләү мәсьәләһе ҡаралды. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов объекттарҙағы эштең раҫланған графикка ярашлы барыуы, ҡунаҡханалар төҙөүгә һәм ғәмәлдәгеләрен яңыртыуға айырым иғтибар бирелеүе тураһында хәбәр итте.



Вернуться назад