Мәскәүҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Унда республикалағы социаль-иҡтисади хәл тикшерелде.
Башҡортостан етәксеһе төбәктең барлыҡ йүнәлештәр буйынса үҙ иңенә алған йөкләмәләрен үтәүе тураһында белдерҙе. Кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу төп бурыс булып ҡала. Бөтә өлкәләрҙә лә Башҡортостан үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә. Инвестиция йәлеп итеү, инфраструктураны үҫтереү әүҙем тормошҡа ашырыла. Ҡытайға сәфәр барышында Цзянси провинцияһы менән килешеүгә ҡул ҡуйылды. Быраулау ҡорамалдары етештереү буйынса ҙур завод төҙөү тураһында һөйләшеү өсөн Ҡытай делегацияһының Башҡортостанға килеүе көтөлә. Ошо йүнәлеште артабан да үҫтереү күҙаллана. Әлбиттә, алда бик күп эш көтә.
— Ошо йәһәттән кешеләрҙең ярҙамы кәрәк, әлбиттә. Ә был ярҙамды һайлауҙа алырға мөмкин, — тине Рөстәм Зәки улы һәм Рәсәй Президентынан 2014 йылдың көҙөндә Башҡортостан башлығы вазифаһына һайлауҙа ҡатнашыу өсөн ваҡытынан алда отставкаға сығарыуын һораны.
— Мин ҡаршы түгел. Башҡортостанда иҡтисади үҫештә һәм социаль өлкәлә ыңғай алға китеш күҙәтелә. Шуға күрә еңеүгә ышанысығыҙ ҙур, — тине Владимир Путин.
* * *
Быйыл республиканы сәйәси йәһәттән ҡыҙыу йәй һәм көҙ көтә. Сентябрҙә Башҡортостан халҡы республика етәксеһен һайлаясаҡ. Тауыш биреү тейешле ваҡытынан бер йылға алдараҡ буласаҡ, унда ғәмәлдәге Президент Рөстәм Хәмитов ҡатнашасаҡ. Был турала кисә ул журналистар менән осрашыуында белдерҙе.
– Мин республика халҡына мөрәжәғәт иткем килә. Мәскәүҙә ил Президенты Владимир Путин менән осраштым, һәм унда минең ваҡытынан алда вазифамды ҡалдырыу тураһында һүҙ булды. Был быйыл үтәсәк республика башлығын һайлауҙа ҡатнашыу өсөн эшләнә, – тине Рөстәм Зәки улы. – Үҙемдең ҡарарымды уға аңлатып бирҙем. Республикабыҙ ярайһы уҡ яҡшы үѕешә, һәр тармаҡта ла алға китеш бар. Шулай ҙа хәл ителмәгән, халыҡтың хуплауын талап иткән мәсьәләләр ҙә етерлек. Эш бик күп, һәм уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн миңә халыҡтың теләктәшлеге кәрәк. Мин быны һиҙәм, тик һайлау ваҡытында ғына уны ысын мәғәнәһендә тойоп буласаҡ. Әгәр кешеләр ышаныс белдерә икән, артабан да ошо юлымды дауам итәсәкмен.
Президенттың был аҙымға барыуының икенсе сәбәбе шунда: 2015 йылдың йәйендә Башҡортостанда ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары үтәсәк. Был саралар ҙур әҙерлек, көс талап итә. Шуға күрә ике ҙур сәйәси сараны бергә алып барыу ауыр буласаҡ.
-– Владимир Владимирович минең дәлилдәрҙе тыңлағас, түбәндәгеләрҙе белдерҙе. Һайлау планға ярашлы, йәғни 2015 йылда үткәрелгән осраҡта ла минең еңеүгә ышаныстың ҙур булыуы тураһында әйтте. Тик сәйәси сараны быйыл уҡ ойоштороуға мохтажлыҡ булғас, ул үҙенең ҡаршы түгеллеген белдерҙе. Шуға күрә бөгөндән ил Президентының минең отставканы ҡабул итеүе тураһындағы Указы бар, хәҙер Президент вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы тип иѕәпләнәм, – тине ул.
Рөстәм Хәмитовҡа журналистарҙың һорауҙары байтаҡ булды. Улар һайлауҙың техник яғына, Президенттың хис-тойғоһо, нисек әҙерләнеүе, ниндәй көрәш көтөүе тураһында белеште.
– Был ҡарарҙы ҡабул итер алдынан, әлбиттә, мин күп уйландым, бар ыңғай һәм кире яҡтарҙы бизмәнгә һалып үлсәнем. Мәғлүмәт һуғышы, бысраҡ яғыуҙар буласағын да беләм. Минең ҡоралым бер – асыҡлыҡ, ғәҙеллек. Янымда тупланған командама ышанам. Президент вазифаһын башҡарыусы булһам да, эшмәкәрлегемде шул килеш дауам итәсәкмен. Ҡыҙыу йәй көтөлә. Мин эшкә һәм көрәшкә әҙер!