Юрист кәңәштәре30.05.2014
Икенсе тапҡыр фатирҙы хосусилаштыра аламмы?

Бәлиғ булмаған сағымда атай-әсәйем менән бергә фатирҙы хосусилаштырғайныҡ, һуңғараҡ уны һаттыҡ. Әле ирем һәм ҡәйнәм менән бер фатирҙа теркәлгәнмен. Күсемһеҙ милекте хосусилаштырырға уйлайбыҙ. Мин бит был хоҡуғымды ҡасандыр файҙаланғайным...
И. ДӘМИНДӘРОВА.

Өфө ҡалаһы.

Дөйөм ҡағиҙәләр буйынса һәр кешенең күсемһеҙ милекте бер тапҡыр ғына бушлай хосусилаштырырға хоҡуғы бар. Әммә һеҙ был исемлеккә инмәйһегеҙ һәм икенсе тапҡыр хосусилаштырыуҙа ҡатнаша алаһығыҙ, сөнки тәүгеһендә бәлиғ булмағанһығыҙ. 1991 йылдың 4 июлендә ҡабул ителгән 1541-се «Рәсәй Федерацияһында торлаҡ фондын хосусилаштырыу» Законының 11-се статьяһына ярашлы, бәлиғ булмаған саҡта фатирын хосусилаштырғандар 18 йәше тулғандан һуң был хоҡуғын икенсегә файҙалана ала.

Әсәйемдең хоҡуғы бармы?

Әсәйемә – 45 йәш. Бер ай элек һеңлем тыуҙы. Ә мин – ғаиләлә беренсе бала. Әсәлек капиталы йәш ата-әсәгә генә биреләме, әллә беҙҙең дә уны алырға хоҡуғыбыҙ бармы?

Әлиә.

Әлшәй районы.

Әсәлек капиталын алыу өсөн йәштең, беренсе бала тыуған йылдың бер ниндәй әһәмиәте юҡ. Иң мөһиме — артабанғы ҡыҙ йәки малай 2007 йылдан һуң тыуған йәки уллыҡҡа, ҡыҙлыҡҡа алынған булһын. Әсәйегеҙ әсәлек капиталын алыу өсөн Пенсия фондының йәшәгән урынығыҙ буйынса бүлексәһенә мөрәжәғәт итһен.

Ер участкаһы биргәйнеләр...

1989 йылда иремә завод исеменән ер биргәйнеләр. Йәмле йәй көндәрен унда үткәрә торғайныҡ, йорт һалып сыҡҡайныҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирем ике йыл элек вафат булды. Ә мин үҙем баҡсаға барып йөрөй алмайым, сәләмәтлегем ҡаҡшаған. Әхирәтем «ереңде эшкәртмәһәң, тартып алыуҙары ихтимал» тип ҡурҡыта. Был дөрөҫмө? Бынан тыш, баҡсамды һата алырмынмы икән?

Д. МУСИНА.

Бәләбәй ҡалаһы.

Борсолмағыҙ, баҡсаға йыш бара алмағанығыҙ өсөн генә бер кемдең дә ерегеҙҙе тартып алырға хоҡуғы юҡ. Фазендағыҙҙы рәсми теркәтергә теләһәгеҙ, «дача амнистияһы» буйынса ябайлаштырылған тәртиптә был эште 2015 йылдың 1 мартына тиклем башҡарырға тырышығыҙ. Участканың ирегеҙгә бирелеүен раҫлаған ниндәй ҙә булһа документ ҡалғандыр, моғайын. Әгәр юҡ икән, баҡсасылыҡ ширҡәте етәксеһенән участка һәм уның биләмәһендә өй барлығы тураһында белешмә алығыҙ. Йортҡа дәүләт теркәүе үткәргәндән һуң, участкағыҙҙы рәсмиләштерегеҙ. Милеккә хоҡуҡ тураһында танытманы алғандан һуң ғына уны һата алаһығыҙ.
Рубриканы Айһылыу
НИЗАМОВА алып бара.


Вернуться назад