Май башындағы аҙнаға яҡын ял хәҙер ҡәҙимге күренешкә әүерелде. Күптәр, айырыуса сәйәси һәм хоҡуҡи аңы баҙар дәүерендә формалашҡан быуын, айҙың тәүге көнөнөң хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө булараҡ байрам ителә башлағанын белмәйҙер ҙә. Был хаҡта хәбәрҙар булыу, әлбиттә, кәрәк. Мәскәүҙә етәксе алмашынған һайын тормоштоң аҫтын-өҫкә әйләндерергә ашҡынып тормаһалар, байрам исеме шулай ҡалыр ине лә бит... Үкенескә ҡаршы, граждандарҙың хоҡуҡи аңы, баҙар капитализмының күптән барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, үҫешә, конституцион хоҡуҡтарын яҡлай алырлыҡ дәрәжәгә лә етә алмай.
Мөрәжәғәттәр һөҙөмтә бирәме?Осһоҙ-ҡырыйһыҙ үҙгәрештәр осоронда лайыҡлы эш хаҡы, хеҙмәткә хоҡуҡ, уны һаҡлау буйынса мәсьәләләр, аҡрынлап булһа ла хәл ителә барыу урынына, киреһенсә, ҡырҡыулаша. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, былтыр хужалыҡ иткән субъекттарҙың 1,5 процентын (167 мең) тикшереү барышында ғына ла хеҙмәт хоҡуғын боҙоуҙың 900 меңдән ашыу осрағы асыҡланған. 2012 йыл менән сағыштырғанда, ошо йәһәттән ялыу менән мөрәжәғәт иткән граждандарҙың һаны 40 процентҡа артҡан. Хаҡты ваҡытында түләмәү, йәшерен хеҙмәт мөнәсәбәттәре урынлаштырыу һәм эш урынында тейешле шарттар булдырмау йәһәтенән дәғүәләр айырыуса күп. Башҡортостанда Хеҙмәт инспекцияһына ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр былтыр 5077 кеше булыуға ҡарамаҫтан, һәр бишенсе ялыу ғына нигеҙле тип табылған. 5,3 миллион һум хужаларына ҡайтарылған, эшкә яраҡһыҙлыҡ, йөклөлөк, бала ҡарау менән бәйле пособиелар юллап алынған, ә закон боҙған эш биреүселәр, административ яуаплылыҡҡа тарттырылып, штраф түләгән.
Хеҙмәткә хоҡуҡты боҙоусылар араһында Бөрө ҡалаһының "Водоканалсервис", Өфөнөң "Нефтехимтранссервис" йәмғиәттәре, Өфө металл һәм пластмасса әйберҙәр заводы, "Кодекс" һәм "Аструм" шәхси һаҡ предприятиелары, "Башмелиоводхоз" дәүләт унитар предприятиеһы, "Сервис" фирмаһы һәм башҡалар бар. Һуңғы ике хужалыҡтың эш хаҡы буйынса бурыстары 17,9 — 20,1 миллион һумға еткән.
Буштың атаһы иҫән Башҡортостандың Хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәре шуны күрһәтә: хатта иң түбән эш хаҡынан (МРОТ) аҙыраҡ түләү, хеҙмәт кенәгәһен биреүҙән баш тартыу, хеҙмәт мөнәсәбәттәрен инҡар итергә маташыу кеүек ҡырағай күренештәр йәшәп килә. Ә бит крепостнойлыҡтың бөтөрөлөүенә быуат ярымдан күберәк ваҡыт уҙҙы!
Хеҙмәт инспекцияһының 473 ялыу буйынса көтөлгән ҡарар сығара алмауы ла, туранан-тура булмаһа ла, ҡайһы бер эш биреүселәрҙең вазифа бурыстарына төкөрөп ҡарауы тураһында һөйләй. Мәҫәлән, предприятиеһын ябып йәки алмаштырып өлгөрөп, ялыусының үҙендә эшләүен таныуҙан баш тартыусылар байтаҡ. Инспекция ҡарарын үтәүҙән ситләшкәндәр ҙә бар, шул сәбәпле 38 осраҡ буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 143-cө статьяһы нигеҙендә енәйәт эштәре ҡуҙғатылып, судҡа тапшырылған.
"Башинформ" агентлығы хәбәр итеүенсә, хеҙмәткә хоҡуҡ өлкәһендә хәлдәр быйыл да шәптән түгел, хатта киҫкенләшкән. Беренсе кварталда инспекцияға ярҙам һорап 1 263 кеше мөрәжәғәт иткән, йәғни, 2013 йыл менән сағыштырғанда, һигеҙ процентҡа күберәк. Бынан тыш, 617 кеше үҙе килгән, 498-е телефон аша бәйләнешкә ингән. Инспекция етәксеһе Андрей Цибизов әйтеүенсә, былтыр эш хаҡын ваҡытында түләмәүгә һәр өсөнсө кеше зарланһа, быйыл — һәр икенсе.
Илдәге эшһеҙлек, хеҙмәт кешеһенә иғтибарһыҙлыҡ кеүек мәҙәниәтле йәмғиәткә хас булмаған, уның киләсәген шик аҫтына ҡуйған кире күренештәрҙең тәбиғәте нимәлә? Рәсәй Конституцияһы буйынса (37-се статья) һәр кем һөнәрҙе үҙ ирке менән һайлау хоҡуғына эйә. Ошонда уҡ хеҙмәт шарттарының именлек һәм гигиена талаптарына яуап бирергә, хаҡтың МРОТ-тан түбән булмаҫҡа тейешлеге, эшһеҙлектән яҡланыуға хоҡуҡ тураһында положение бар. Федераль законда ҡаралғанса, бәхәстәрҙе шәхсән һәм коллектив менән хәл итеү, эш ташлауға хоҡуҡ та таныла.
Тәү ҡарашҡа барыһы ла ышандырырлыҡ нигеҙгә ҡоролған кеүек. Ләкин, Франция һәм Япония конституцияларындағы ише, һәр кемдең эшләргә бурыслылығы тураһында положение юҡлығы дәүләттең хеҙмәт кеүек үтә мөһим өлкәлә бер ниндәй ҙә йөкләмәһе булмауын асыҡлай. Был — Рәсәй Конституцияһының төп етешһеҙлектәренең береһе һәм дәүләтте һис тә биҙәмәй. Айырыуса "Кем эшләмәй — шул ашамай" тигән лозунг менән йәшәгән Советтар Союзынан һуң.
Итальяндар күпкә өлгөр Ошо йәһәттән 1947 йылда уҡ ғәмәлгә ингән Италия республикаһы конституцияһы үҙенең аныҡлығы, теүәллеге һәм тулылығы менән айырылып тора. 35-се статьяға ярашлы, был илдә хеҙмәт төрлө формала яҡлана, уға әҙерләүҙе, квалификацияны күтәреүҙе хәстәрләй, хоҡуҡтарҙы яйға һалыуҙа халыҡ-ара ойошмалар менән бәйләнеш булдырылған һәм башҡалар. Иң мөһиме шул: Италия конституцияһында эш хаҡының кешенең үҙе һәм ғаиләһе лайыҡлы тормош көтөрлөк дәрәжәлә булырға тейешлеге хаҡында әйтелә. Хатта аҙна һайын бирелгән ялдан, йыл да билдәләнгән отпусктан баш тартыуға хоҡуҡ юҡлығы тураһында ла положение бар. Италияла тормош кимәленең юғарылығы (әйткәндәй, ул да Германия һәм Япония кеүек, Икенсе донъя һуғышында еңелгән) күптәр өсөн сер түгел, унда меңдәрсә ватандашыбыҙ үҙенә эш һәм йәшәү урыны тапты.
Беҙгә ни ҡылырға һуң? Был һорауға өлөшсә яуап — Япония конституцияһының преамбулаһында: "Дәүләт власы халыҡтың ҡаҡшамаҫ ышанысына нигеҙләнә, уның абруйы, вәкәләттәре халыҡ вәкилдәре тарафынан атҡарыла, емештәренән дә халыҡ файҙалана. Был — бөтә кешелек өсөн уртаҡ принцип, һәм ошо конституция ла шуға нигеҙләнә".
Был һүҙҙәр күтәренке рухта әйтелгән, ләкин ғәҙел һәм хәҡиҡәтте асып бирә. Бына ни өсөн был утрау-дәүләттә, ниндәйҙер ҡаза булһа, тотош хөкүмәт отставкаға китә...