Зөфәр Йәнекәев — Конституция суды рәйесе30.05.2014
Зөфәр Йәнекәев — Конституция суды рәйесе
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың пленар ултырышында депутаттар Зөфәр Йәнекәевте Башҡортостандың Конституция суды рәйесе вазифаһына раҫланы. Уның кандидатураһын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәҡдим иткәйне.


Зөфәр Йәнекәев — 43-сө Красный Холм бер мандатлы һайлау округынан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Ул 1951 йылдың 4 мартында Баймаҡ районының Моҡас ауылында тыуған. Юғары белемле — Свердловск юридик институтын тамамлаған. Юридик фәндәр докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1968 йылда Баймаҡ районындағы “Ирәндек” совхозында башлай. 1973 — 2000 йылдарҙа Прокуратура органдарында тәфтишсе, БДУ-ның юридик факультетында уҡытыусы булып эшләй, Европаның урындағы һәм төбәк властары конгресында Рәсәй вәкиле була. Уға саҡлы ла республикабыҙ парламентының биш саҡырылыш депутаты булды. 2010 — 2013 йылдарҙа — Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе.
Салауат Юлаев ордены, “Рәсәй парламенты” отличие билдәһе менән бүләкләнгән. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.


Вернуться назад