Кисә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Тажикстандың Өфөләге Генераль консулы Содик Имомов менән осрашты.
Тап ошо көндө консуллыҡ башлығының өс йыллыҡ вәкәләттәр ваҡыты үтте. Хәҙер ул эшен Дүшәнбелә дауам итәсәк. Яңы етәксе тәғәйенләнгәнгә тиклем әлеге вазифаны консуллыҡтың өсөнсө секретары Манучехр Исмәтов башҡарасаҡ.
— Өс йыллыҡ эшмәкәрлек дәүерендә арабыҙҙа күп яҡлы бәйләнештәрҙең яйға һалыныуына тағы ла бер ҡат инандым, — тине Содик Имомов. — Был бәйләнештәр бер ваҡытта ла туҡталып ҡалманы. Беҙҙә башҡорт диаспораһы ярайһы уҡ ҙур, йәмәғәт ойошмалары ла бар. Улар Тажикстандың үҫешенә ҙур өлөш индерә, тормоштоң бөтә өлкәләрендә әүҙем ҡатнаша.
Содик Имомов билдәләүенсә, былтыр ул Иглин районындағы бер производствоны асыу тантанаһында ҡатнашҡан.
— Унда Тажикстандың ике гражданы һалған инвестиция һөҙөмтәһендә полиэтилен ҡапсыҡтар етештереү ойошторолдо. Ауыл хужалығында ундай продукцияға ихтыяж ҙур. Благовар районындағы ҡошсолоҡ фабрикаһы менән тажик эшҡыуарҙары араһында ла хеҙмәттәшлек тығыҙ. Улар совет осоронан бирле, эшләй. Беҙҙең граждандар шулай уҡ һарыҡсылыҡ предприятиеһын асты, ул икенсе йыл инде эш итә. Тиҙҙән Стәрлетамаҡта торлаҡ йорттар өсөн лифт етештерә башлаясаҡбыҙ. Әле ҡорамалдар монтажлана. Унда ла ойоштороусы — Тажикстанда тыуып үҫкән кеше. Баш ҡалала торлаҡ төҙөү менән шөғөлләнгән ватандаштарыбыҙ бар. Белеүемсә, киләһе йыл Өфөлә мөһим саралар — ШОС һәм БРИКС илдәренең халыҡ-ара саммиттары — уҙғарыла. Ошондай сараларҙы ойоштороу йәһәтенән илебеҙҙә тупланған тәжрибәне, шәхсән үҙемдең белемемде файҙаланып, республика Хөкүмәте менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Быйыл сентябрҙә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиты Дүшәнбелә үткәрелә. Унда һеҙ ҙә килерһегеҙ тип ышанам, — тине Содик Имомов.
— Эйе, сараға барырға йыйынам, сөнки унда 2015 йылғы ШОС илдәре саммитының Өфөлә уҙғарылыуын рәсми иғлан итәсәктәр. 10 сентябрҙә күрешербеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.