Был ябай хәҡиҡәтте кесе йома көнө Бөрө ҡалаһында үткән йыйында йәнә бер ҡабатланылар. “Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү һәм яңы шарттарҙа гражданлыҡ йәмғиәте төҙөү” тип аталған сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты Бөйөк Еңеүҙең 69 йыллығына арнап ойошторҙо.
Башҡарма комитеттың күсмә ултырышын үткәреү өсөн Бөрө ҡалаһы һайланыуы осраҡлы түгел — сараға республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары башҡорттарының ҡоролтай рәйестәре саҡырылғайны, ә был ҡала ошо төбәктең тап уртаһында ята. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының вәкилдәрен айырым йыйып һөйләшеп алыу маҡтауға лайыҡ, сөнки төбәктә башҡорттар аҙсылыҡта ҡалған, улары ла үҙ телен юғалтыу ҡурҡынысы аҫтында тора. Бөрө ҡалаһында, мәҫәлән, бер генә башҡортса яҙыу ҙа күрмәҫһең! Ултырыш үҙе лә урыҫ телендә алып барылды, сөнки залда үҙ телен белмәгән башҡорттар ҙа, башҡа милләт вәкилдәре лә бар ине.
Төп доклад булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Хәләф Ишморатовтың сығышы хәтерҙә ҡалды. Ул балаларҙың туған телдә белем алыуға хоҡуғын бөгөнгө норматив-хоҡуҡи акттарға таянып иҫбатланы.
— Бөтә закондар бар, барыһы ла һәйбәт күренә кеүек, ләкин туған телендә уҡыған балалар һаны йылдан-йыл кәмей. Һеҙ: “Минең аҡсам да, власым да юҡ, нимә генә эшләй алам инде”, тип уйлайһығыҙҙыр әле, — тип, башҡортсаға күсеп, мөрәжәғәт итте ул залға. – Ләкин беҙҙең бер көслө ҡорал бар, ул – берҙәмлек.
Күсмә ултырыш эшлекле тәҡдимдәрҙән торған ҡарар ҡабул итеү менән тамамланды. Улар араһында иғтибарҙы айырыуса йәлеп иткәндәре шулар: 1) “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Федераль закондың 14-се статьяһына һәм федераль дәүләт мәғариф стандарттарына ярашлы, республикала “Башҡорт телен дәүләт теле итеп уҡытыу” предметын уҡыу планынан ҡыҫырыҡлауҙы тупаҫ хоҡуҡ боҙоу күренеше тип иҫәпләргә; 2) Башҡортостандың Мәғариф министрлығына башҡорт телен дәүләт теле итеп уҡытыуҙың яңы концепцияһын һәм яңы дәүләт мәғариф стандартын булдырырға тәҡдим итергә; 3) ауыл хужалығында йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереүгә ярҙам итергә, төбәк йәмәғәт үҙидаралығын ойоштороуға йәштәрҙе йәлеп итергә; 4) ерҙе ситтән килеүселәргә һатыуҙың һәләкәткә килтерәсәге тураһында аңлатыу эшен алып барырға. Ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән ер пайсыларының сираттағы республика съезын саҡырыу буйынса башланғысты хупларға; 5) ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа төбәк йәмәғәт үҙидаралығын мотлаҡ булдырыу кәрәклеген халыҡҡа төшөндөрөргә; 6) Әхмәтзәки Вәлидиҙең 125 йыллыҡ юбилейын байрам итеү буйынса БР Президенты Указын ҡабул итергә тәҡдим яһарға.
“Йәштәрҙең этник үҙаңын формалаштырыуҙа киң мәғлүмәт һәм идеологик эш ҡәнәғәтләнерлек кимәлдә түгел”, тип билдәләне күсмә ултырыш. Ләкин шул уҡ ваҡытта йыйындың эшен халыҡ иғтибарына еткереү өсөн ниңәлер телевидение ла саҡырмағандар, мәғлүмәт агентлыҡтары ла күренмәне, республика гәзиттәренән дә икеме-өсмө генә хәбәрсе булды... Урыҫ телендә барғас, уны киң яҡтыртырға ла була ине, башҡорттарҙың байтаҡ өлөшө урыҫ телендә генә уҡый бит. Улар этник үҙаң формалаштырыуҙан ситтә ҡала түгелме...
2015 йылда, белеүебеҙсә, Өфөлә IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарыласаҡ. Әлеге һөйләшеү төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына ошо йыйынға яҡшыраҡ әҙерләнеү мөмкинлеге лә бирә. Күсмә ултырыш был төбәк башҡорттарының әүҙемлеген күтәреү маҡсатында урындағы район һәм ҡала хакимиәттәренә буласаҡ Ҡоролтай сараларына план төҙөүҙе һорап та мөрәжәғәт итте.