Күҙәтеү ҡорамалдары эшһеҙ тормаясаҡ19.01.2012
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында тауыш биреү участкаларын видеокамералар менән йыһазландырыу мәсьәләһе буйынса матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Унда билдәләнеүенсә, 1 марттан системаның эше тулыһынса яйға һалынасаҡ.
Һайлау эшмәкәрлегенең асыҡлығын тәьмин итеү, шик-шөбһәгә урын ҡалдырмау маҡсатында илдәге һәр участкала видеокүҙәтеү ҡорамалдары ҡуйыу тәҡдимен Премьер-министр, Рәсәй Президенты вазифаһына кандидат Владимир Путин былтыр декабрҙә халыҡ менән тура эфирҙа аралашыу барышында әйткәйне. Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт ҡаҙнаһынан 15 миллиард һум самаһы сығым талап ителә. Рәсәйҙә 90 меңдән ашыу тауыш биреү участкаһы булыуын һәм уларҙың һәр ҡайһыһында Интернетҡа тоташтырылған ике-өс камера урынлаштырылыуын иҫәпкә алһаҡ, күҙалланған финанс күләме ғәжәпләнерлек түгел һымаҡ. Файҙаланылған компьютерҙар һаны буйынса ла әлеге эш донъя рекордтары исемлегенә индерерлек.
Белгестәрҙең ышаныуынса, ғәмәлгә ашырыласаҡ система һайлау барышын Интернет аша бер юлы 1 – 1,5 миллион кешенең ҡарауын тәьмин итә алырлыҡ. Президентлыҡҡа кандидаттар тауыш биргән участкаларға ҡеүәтлерәк ҡорамалдар ҡуйыласаҡ, сөнки уларға иғтибарҙың ҙурыраҡ булыуы тәбиғи.
Әлбиттә, күптәрҙә был техниканың һайлау үткәндән һуң ҡайҙа ҡулланыласағы тураһында һорау тыуа. «Йылына ике көн генә эшләй торған системаға шул тиклем күп аҡса сарыф итергә әҙерҙәрме?» – тип аптыраусылар журналистар араһында ла табылды.
– Ғәҙәттә, һайлау участкалары мәктәп, мәҙәниәт һарайы кеүек биналарҙа эшләй. Шуға ла тауыш биреүҙән һуң видеокамераларҙы ошондай ойошмаларға файҙаланыуға тапшырыу тураһында ҡарар сығарыласаҡ, – тип аңлатты Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев. – Дәүләт милке халыҡ өсөн хеҙмәт итәсәк. Мәҫәлән, даими видеокүҙәтеү булдырыуҙа, селектор кәңәшмәләре үткәреүҙә, ситтән тороп уҡытыуҙа. Берҙәм дәүләт имтиханына контроль йәһәтенән дә уңайлы был система.
Республикала әлеге бурысты тормошҡа ашырыусы «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең коммерция директоры Олег Скрябиндың белдереүенсә, веб-камералар Башҡортостандағы 3468 участкала ҡуйыласаҡ. Дауаханаларҙа һәм тәфтиш изоляторҙарында ойошторолған тауыш биреүҙә генә әлеге система ҡулланылмай.
Даян МӘЖИТОВ


Вернуться назад