Уларҙан әүҙемлек көтәләр19.01.2012
Республика парламенты “Берҙәм Рәсәй”ҙән һәм Коммунистар партияһынан һайланған депутаттарҙан ғына тора. Уларҙан тыш, Башҡортостанда Либераль-демократик партия, “Рәсәй патриоттары”, “Ғәҙел Рәсәй” һәм “Яблоко” ағзалары ла эшмәкәрлек алып бара. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев яңыраҡ парламентҡа инмәгән ошо фирҡәләр етәкселәре менән осрашты.
Һөйләшеүҙә “Ғәҙел Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе рәйесе Константин Шаһиморатов, Либераль-демократик партияның төбәк бүлексәһе етәксеһе, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Иван Сухарев, “Рәсәй патриоттары”ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе комитеты рәйесе Заһир Хәкимов һәм “Яблоко”ның республикалағы бүлексәһе рәйесе Сергей Наумкин ҡатнашты.
Был фирҡәләр республика парламентында эшләмәһә лә, уларҙың ҡарашы менән иҫәпләшмәү мөмкин түгел. Былтыр Дәүләт Думаһына һайлау ваҡытында улар өсөн республикала 306 мең кеше тауыш биргән. Был — һайлаусыларҙың 11 проценты. Башҡортостан парламентына ҡарамаған әлеге фирҡәләрҙең 2013 йылда Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға үтеү өсөн мөмкинлеге бар. Константин Толкачевтың әйтеүенсә, улар парламент эшенән ситтә тормаҫҡа һәм Башҡортостан ҡануниәтен камиллаштырыуға үҙ өлөшөн индерергә тейеш.
Осрашыу аҙағында килешелеүенсә, яҡын арала Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағында парламентҡа инмәгән партиялар менән эшләү өсөн координация үҙәге төҙөләсәк. Үҙәктең эшен Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова алып барасаҡ. Унда төрлө партия ағзаларының үҙ теләк-фекерҙәрен еткерә алыу мөмкинлеге бар.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Вернуться назад