Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Милли медицина палатаһы етәксеһе, президентлыҡҡа кандидат Владимир Путинға булышлыҡ итеү буйынса халыҡ штабы ағзаһы Леонид Рошаль менән осрашты.
Әңгәмә барышында яҡтар медицина берләшмәһенең илдә граждандар йәмғиәте төҙөүҙә әүҙем ҡатнашыуы зарурлығын билдәләне. Леонид Рошаль, медицина хеҙмәттәренә эйә булыу мөмкинлеген арттырыуға һәм уларҙың сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итергә тейешле норматив акттар эшләүҙә ҡатнашырлыҡ структура булдырырға кәрәк, тип белдерҙе. Профессорҙың фекеренсә, медицина палатаһы ошондай структураға әүерелә алыр ине.
Рөстәм Хәмитов Леонид Рошалдең Башҡортостанда медицина палатаһы ойоштороу тураһындағы тәҡдимен хупланы.
Л. ДӘҮЛИЕВА.