Иғтибарҙы ситкә йүнәлтмәйек17.05.2014
Һуңғы осорҙа Дәүләт Думаһы депутаттары араһындаға ике йәмһеҙ хәл, моғайын, йәмәғәтселекте тетрәндермәй ҡалмағандыр. Бер төркөм депутат Рәсәйҙең Генераль прокуратураһынан элекке СССР-ҙың тарҡалыуында ғәйеплеләрҙе енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙы талап итте. Был мәсьәләне Федераль Йыйылыш депутаттарының хуплап сығыуы ғына аҡылға һыймай. Әлбиттә, Генераль прокуратура кире (айыҡ аҡыл күҙлегенән ғәҙел һәм нигеҙле) яуап ҡайтарҙы.

Беренсенән, ғәйеплеләрҙе таптылар, язаһын да бирҙеләр, ти, ләкин СССР дәүләте барыбер яңынан тергеҙелмәйәсәк бит, сөнки ҡәберҙән тороп ҡайтҡан кешене бер кем дә хәтерләмәй. Икенсенән, ваҡыт быға шаһит: империялар мәңгелек түгел, хатта дәүләттәр ҙә. Иҫкә төшөрәйек: бөгөн Дәшт-и-Ҡыпсаҡты йәки Алтын Урҙаны, Рим империяһын, Византияны һ.б. кем хәтерләй? Төрөктәр ҙә Ғосмандар империяһының тарихҡа китеүен ыңғай баһалаған Мостафа Кемалде хөкөм итергә йыйынмай. Австрия менән Венгрияла ла Габсбургтарҙы рәсми трибуналарҙан тороп ҡәһәрләмәйҙәр. Беҙҙең күҙлектән ҡарағанда, бер туған Чехия менән Словакия ла тыныс ҡына айырылышты.
22 апрелдә Дәүләт Думаһында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведевтың 2013 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчетын тыңлағанда, ЛДПР фракцияһының алмаштырғыһыҙ рәйесе Владимир Жириновскийҙың үҙ сығышын тулыһынса В.И. Ленин шәхесен (был хәл уның тыуған көнөндә булды) хурлауға бағышлауын да айыҡ фекер йөрөткәндәр нәфрәт менән ҡабул иткәндер. Имеш, Ленин — немец шпионы — урыҫ халҡы тураһында бик насар фекерҙә булған, интеллигенцияны тиҙәккә тиңләгән, Совет власының бойороҡтарын үтәмәгәндәрҙе аҫырға бойорған һ.б. Ләкин әруахтар менән алышыуҙы, башҡа дәүләт башлыҡтарына аҡыл өйрәтеүҙе үҙҙәренең айырылғыһыҙ хоҡуғы һанаған Түбәнге палата әһелдәре араһында самаһыҙ әҙәпһеҙлеге менән дан алған Владимир Жириновскийҙы тәртипкә саҡырыусы табылманы. Хатта Палата рәйесе Сергей Нарышкин да өнһөҙ генә тыңлауын белде.
Йылына бер булған һәм әһәмиәте граждандар өсөн баһалап бөткөһөҙ отчет килеп сыҡманы. Ошоно самалағандай, отчет биреүсе үҙе лә башҡарған эштәрен барлауҙан бигерәк, дөйөм фекер йөрөтөүҙән, проблемалы мәсьәләләрҙе һанап үтеүҙән ары китмәне. КПРФ рәйесе Геннадий Зюгановтың тәрән йөкмәткеле, тәнҡит күҙлегенән яҙылған һәм предметлы сығышын иҫәпкә алмағанда, Федераль Йыйылыштың Түбәнге палатаһында был сараны етди ҡабул итеүсе күренмәне кеүек. Владимир Жириновскийҙың трибунаға сығыуы ла депутаттар иғтибарын икенсе юҫыҡҡа йүнәлтеү өсөн булманымы икән? Әйтәйек, Хөкүмәт башлығын ауыр һорауҙарҙан арындырыу өсөн. Ғәмәлдә шулай килеп сыҡты ла.
Ошо йәһәттән Дәүләт Думаһының элекке рәйесе Борис Грызловтың, Дума бәхәс урыны түгел, тигән фекере хәтерҙә яңыра. Хәйер, һуңғы йылдарҙа депутаттар бындай сифаттан тамам арынды кеүек. Ә бына тарих менән алышырға, әруахтар рухын рәнйетергә ынтылыш унда юҡ-юҡ та күренеп ҡалғылай.
Ирекһеҙҙән быйыл февраль баштарында "Левада-үҙәк” үткәргән йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү мәғлүмәттәре иҫкә төштө. Унда "Дәүләт Думаһы кәрәкме, әллә илгә президент указдары менән дә идара итергә мөмкинме" тигән һорауға респонденттарҙың 43 проценты ыңғай яуап ҡайтарған. Ошо уҡ мәғлүмәттәрҙә респонденттарҙың 36 проценты Палата эшмәкәрлегенә кире баһа бирә, 40 проценты уның менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай. Депутаттарҙы тәрән хафаға һалырға тейешле факттар бит былар!


Вернуться назад