Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп Ирек Ялаловтың һайланыуын хупланы.
— Һайлау дөрөҫ булған, мин уның яҡлы, — тине республика башлығы депутаттар Ирек Ялаловтың кандидатураһын хуплағандан һуң.
Президент әйтеүенсә, ул ҡала башлығын һайлауҙы ҡыҙыҡһынып күҙәткән. “Тауыш биреү барышына йоғонто яһау маҡсатында түгел, ә был эштең нисек тормошҡа ашырылыуын күреү һәм аңлау өсөн ултырышҡа индереүҙәрен һораным”, — тине Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы әйтеүенсә, күптән түгел генә ул да ошондай һынау аша үткән — Башҡортостан Президенты булып эшләй башлауына йыл ярым тулған. Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, Ирек Ялаловҡа эшкә һәләтлелеген иҫбатларға, депутаттар корпусына һәм ҡала халҡына таянып эшләй белеүен күрһәтергә тура киләсәк.
“Ирек Ялаловтың ҡала башлығы вазифаһына һайланыуы — власть алмашыныуы ғына түгел, ниндәйҙер дәрәжәлә күсәгилешлелек тә”, — тип билдәләне республика Президенты. Ул ҡала башлығының беренсе урынбаҫары, унан һуң республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры булып эшләгән. Ирек Ялаловтың ошо вазифалағы эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт булыуын билдәләне Рөстәм Хәмитов. Өфө ҡалаһы һәм тотош Башҡортостан көҙгө-ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерлек, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты төҙөкләндереү буйынса алдынғылар иҫәбендә булды, төбәктә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә “Йорт комитеттары” кеүек яңы проекттар донъя күрҙе.
— Өфөлә ғәйәт ҙур ҡала хужалығына идара итерлек, халыҡ, ҡала округы депутаттары, предприятиелар етәкселәре менән яҡшы мөнәсәбәттәр булдырырлыҡ ышаныслы, көслө етәксе булһын ине. Бындай эш өсөн, әлбиттә, тормош, тейешле эш тәжрибәһенә эйә булған кеше кәрәк. Ирек Ялалов ошо талаптарға яуап бирә, — тине Рөстәм Хәмитов.
— Власть алмашыныуы — сәйәси, иҡтисади, социаль тормошта һәр саҡ яуаплы һәм мөһим ваҡиға, — тип билдәләне Президент. — Беҙгә команда кәрәк. Проблемаларҙы команда алымы һәм команда ысулы менән генә хәл итә аласаҡбыҙ. Яңғыҙ бер нимә лә атҡара алмаясаҡбыҙ. Республикала ла, ҡалала ла, илдә лә шундай уҡ хәл. Шуға күрә фекерҙәштәр командаһын ойоштороп ҡына Өфөнө Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы ҡалаһына әүерелдерә аласаҡбыҙ.
Евгений РӘХИМҠОЛОВ.