Рәсәй Хөкүмәте ил төбәктәренең 2011 – 2013 йылдарҙағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Башҡарма власть органдарының эш һөҙөмтәлелеге буйынса төҙөлгән исемлектә беҙҙең республика 10-сы баҫҡысты биләй. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында Президент Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
– Былтыр, 2010 – 2012 йылдарға йомғаҡ яһалғанда, беҙ ни бары 36-37-се урындарҙа инек. Егерме алты баҫҡысҡа күтәрелеү – беҙҙең уртаҡ ҡаҙаныш, был республиканың үткән йылдарҙа йылдам үҫеүе тураһында һөйләй, – тине Башҡортостан етәксеһе.
Төбәктәрҙең башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге өс йүнәлеш буйынса баһаланған. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, биләмәләрҙе иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса республика айырыуса ныҡлы позиция биләй. Был күрһәткес буйынса беҙ Рәсәйҙең иң яҡшы биш төбәге иҫәбенә инәбеҙ. Шулай уҡ төбәк Хөкүмәте эшмәкәрлегенең халыҡ тарафынан баһаланыуы һәм республиканың дөйөм хәл-торошо буйынса беҙ – тәүге егерме субъект исемлегендә. Ә бына социаль үҫеш йәһәтенән хәл бер аҙ насарыраҡ. Был, тәү сиратта, халыҡтың һаулығы һәм үлем кимәле буйынса тейешле күрһәткестәргә өлгәшә алмауыбыҙға бәйле.
Үткән йылда Рәсәй Хөкүмәте тәүге егерме урынды биләгән субъекттарға 250-350 миллион һум күләмендә аҡсалата премия биргән. Әгәр был алым быйыл да ҡабатланһа, республика ҙур суммаға эйә буласаҡ. Был аҡсаға 600-700 урынға иҫәпләнгән өр-яңы мәктәп төҙөргә мөмкин.
– Һуңғы өс йылда беҙ халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу юҫығында системалы эш алып барҙыҡ һәм тейешле һөҙөмтәләргә өлгәштек, – тине Рөстәм Хәмитов.
Бынан тыш, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың идарасы ойошмалары эшмәкәрлегенә лә баһа бирелде. Башҡортостан Президенты һүҙҙәренсә, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды тарафынан төҙөлгән рейтингта беҙ – өсөнсө урында. Әлбиттә, ялыуҙар, ҡәнәғәтһеҙлек белдереү осраҡтары байтаҡ әле, әммә, дөйөм алғанда, әлеге күрһәткес – бик яҡшы һөҙөмтә. Был хаҡта тулыраҡ Башҡортостандың Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Замалетдинов һөйләне.
Ауыл хужалығында ла уңыштар бар: был йәһәттән Рәсәйҙең биш иң ҙур ауыл хужалығы етештереүсеһе иҫәбенә инәбеҙ. 2013 – 2020 йылдарға иҫәпләнгән “Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал, аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуҙың беренсе йылы һөҙөмтәләре менән төбәктең ауыл хужалығы министры Николай Коваленко таныштырҙы.