Башҡортостандан Ҡырымдың Белогорск районына сираттағы автокаруан юлға сыҡты. Был — республикабыҙ халҡынан һәм предприятиеларынан ҡырымдарға өсөнсө гуманитар акция.
Колонна составына торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ихтыяждарына техника, йөк күтәргес, бульдозер, трактор, урманды янғындан һаҡлау өсөн “УАЗ” махсус автомобиле инә. Рәсәй гражданлығын тиҙ арала рәсмиләштереү өсөн бер нисә компьютер ҙа ебәрелде. Шулай уҡ саф башҡорт тоҡомло биш ат та бар.
— Июндә Ҡырымға эшлекле даирә вәкилдәре юллана. Сәфәрҙең маҡсаты — Белогорск районының иҡтисади ҡеүәтен баһалау, ошо өлкәлә үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлекте яйға һалыу, — тине Ҡырымдың ошо районына ярҙам күрһәтеү буйынса оператив штаб етәксеһе, Башҡортостандың Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса комитеты башлығы Сергей Новиков.