Осҡондан ялҡын ҡабынмаһа ярай ҙа...06.05.2014
Осҡондан ялҡын ҡабынмаһа ярай ҙа...
Украинала ысын мәғәнәһендә граждандар һуғышы башланды. 2 майҙа Одесса ҡалаһында “Евромайҙан” яҡлылар үҙҙәренә ҡаршы көстөң лагерына һөжүм итте һәм палаткаларын яндырҙы. Ҡаза күргәндәр эргәләге Профсоюз йортона инеп йәшеренгәс, радикалдар был бинаға ут төрттө. Мәхшәрҙә 46 кеше һәләк булды...

Бөйөк Ватан һуғышында фашистарҙың совет кешеләрен һарайға бикләп тереләй яндырғаны билдәле. Бөгөн Украинала уларҙан да уҙҙырып ебәрәләр. Эйе, 2 майҙа Одесса ҡалаһында булған фажиғәлә тап фашист “ярсыҡ”тары ғәйепле. Шуныһы ғәжәп: был мәлдә милиция ла, хәрбиҙәр ҙә, янғын һүндереүселәр ҙә күренмәгән. Улар һуңлап ҡына килеп еткән һәм барлыҡ ғәйепте Рәсәйгә япһарған. Йәнәһе лә, был эште беҙҙең илдең шымсылары атҡара.
Һәләк булғандар һәм ҡаза күргәндәр — Украина граждандары һәм үҙ мәнфәғәттәрен яҡлап күтәрелеүселәр. Фажиғәгә бәйле уларҙа 3 һәм 4 май матәм көндәре тип иғлан ителде. Одесса ҡалаһында иһә тағы ла оҙағыраҡ ҡайғы кисерҙеләр. Ошондай шарттарҙа Украинаның Донбасс, Харьков, Славянск, Луганск, Краматорск, Мариуполь, Константиновка һәм башҡа ҡалаларында федерализм яҡлылар һәм “Майҙан”дыҡылар (унда хөкүмәт ғәскәрҙәре менән бер рәттән радикаль милләтсе Дмитрий Яроштың “Уң сектор” төркөмө бандиттары ла бар) араһында һуғыш бара. Был хәл әлеге Киев етәкселегенең Женева килешеүен (17 апрелдә ҡалала илдәге ҡораллы төркөмдәрҙе тарҡатырға, законһыҙ баҫып алынған барлыҡ биналарҙы бушатырға, конституция реформаһы үткәреү өсөн ике яҡлы һөйләшеүҙәр башларға килешелгәйне) үтәмәгәне хаҡында һөйләй.
АҠШ һәм Евросоюз илдәре Украиналағы ыҙғыштың сәбәбен Рәсәйгә япһара. 29 апрелдә илебеҙгә ҡарата йәнә санкциялар иғлан ителде. “Ҡара исемлек”кә был юлы “Роснефть” президенты Игорь Сечин, “Ростех”тың генераль директоры Сергей Чемезов, вице-премьер Дмитрий Козак, президент хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Вячеслав Володин, Дәүләт Думаһы вице-спикерҙары Сергей Неверов менән Людмила Швецова, Думаның халыҡ-ара хәлдәр буйынса комитет етәксеһе Алексей Пушков һәм башҡа юғары вазифалы кешеләр эләкте. Америка менән Европа союзы илдәре етәкселәре санкцияларҙың бының менән генә тамамланмаясағын белдерә. Был АҠШ-ҡа ҡулай булһа ла, Евросоюз өсөн үҙе ултырған ботаҡҡа балта сабыуға тиң, сөнки Америка менән Рәсәй араһындағы тауар әйләнеше 30 миллиард доллар самаһы ғына булһа, Европа союзы илдәре менән алыш-биреш хаҡы 400 миллиард доллар самаһына етә. Шуға ла “BASF”, “Siemens”, “Adidas”, “Volkswagen”, “Deutsche Bank” һәм башҡа ҡеүәтле немец компаниялары етәкселәренең, Германия канцлеры Ангела Меркелгә мөрәжәғәт итеп, АҠШ-тың башланғысын хупламауҙы һорауына ғәжәпләнәһе түгел. Борсолоуҙары урынлы, сөнки улар илебеҙ менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, төп ҡулланыусылары — Рәсәйҙә. Былтыр илебеҙ менән Германия араһындағы тауар әйләнеше 76 миллиард доллар тәшкил иткән. Уларҙа ҡулланылған нефть һәм газдың өстән бер өлөшө беҙҙән һатып алына. Шуға ла илебеҙ менән булышыу Германияның үҙе өсөн кире эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Был йәһәттән Ангела Меркель Барак Обаманы Рәсәйгә ҡарата башҡаса санкция ҡулланмаҫҡа күндерә алырмы-юҡмы — әйтеүе ҡыйын.


Вернуться назад