Тәҡдимде ихтыяж тыуҙыра. Был – баҙар иҡтисадының төп ҡануны. Уны иҫбатлау өсөн алыҫ йөрөргә лә түгел, баш ҡаланың “Үҙәк баҙар” туҡталышына сығып, бер аҙ күҙәтеп тороу ҙа етә. Магазин алдары төрлө транспорт сараһы менән тулған: “ГАЗель”, “Форд”, “Мерседес” микроавтобустары, еңел автомобилдәр... Уларҙың барыһы ла пассажирҙар көтә. Был ерҙән Башҡортостандың теләһә ниндәй төбәгенә юлланырға мөмкин. Дәүләкән, Әлшәй, Шишмә, Бишбүләк, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Ишембай яҡтарына башлыса микроавтобустар йөрөһә, Учалы, Баймаҡ, Нефтекама, Дүртөйлө, Аҡъярға еңел автомобилгә ултырып китергә мөмкин. Ғөмүмән, йәнеңҡайҙа теләй, шунда юллан. Сервис!
Ирекһеҙҙән студент саҡтар иҫкә төшә. Ауыр-ауыр сумкалар йөкмәп Баймаҡтан килеү – мең михнәт. Ауылдан автобус менән Баймаҡҡа, унан Сибайға киләһең. Поезд көтәһең. Ул таңғы алтыла килеп туҡтай. Өфөгә килгәс, йәнә трамвайҙа дөйөм ятаҡҡа тиклем барырға кәрәк. Юл бер тәүлек ваҡытты ала.
Ә хәҙер еңел машинала ошо уҡ араны ете-һигеҙ сәғәттәүтергә мөмкин. Күптәрҙә “Ҡайһы юлды һайларға?” тигән һорау тыумайҙыр, моғайын. Тейешле урынға тиҙерәк барып етеү теләге хәүефһеҙлек тураһында уйҙарҙы еңәлер. Тик был осраҡта “ашыҡҡан – ашҡа бешкән” тигән мәҡәлде лә оноторға ярамай. Автовокзалдан дәүләт транспортына киткән пассажирҙар билет алғанда уҡ страховкалана. Бер-бер хәл була ҡалһа, һеҙҙеңғүмерегеҙөсөн яуап бирәсәктәр, һаулығығыҙға зыян килгәндә, матди яҡтан ярҙам итәсәктәр. Был хаҡта оноторға ярамай.
Ошо көндәрҙә “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының «Халыҡ күҙәтеүе» проекты ЮХХДИ менән берлектә транспорт сараларын тикшерә башланы. Был аҙымға уларҙы март аҙағында микроавтобус һәм йөк машинаһы ҡатнашлығындағы юл һәләкәтендә ете кешенеңғүмере өҙөлөүе этәргән. Асыҡланыуынса, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан «Фольксваген» водителе кеше ташыу менән законһыҙ шөғөлләнгән. Һәләк булғандарҙың береһе лә страховкаланмаған булған.
Аҡса артынан ҡыуып, тиҙлекте арттырыу һәм юл ҡағиҙәләрен инҡар итеү – пассажир ташыусы микроавтобус водителдәренең күбеһенә хас күренеш. Полиция хеҙмәткәрҙәре йәмәғәт транспортын контролдә тоторға тырыша ла ул, әммә был өлкәләҡануниәттең камил булмауы ысын тәртип урынлаштырырға мөмкинлек бирмәй.
Был хаҡта Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығының бүлек начальнигы Ринат Шәйҙуллин да һөйләне. “Пассажирҙар ташыу өлкәһендәҡануниәт камил түгел, шуға күрә контроль эше лә тотҡарлана. Беҙҙең “ҡулдар бәйле”. Водителдәрҙе юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн генә яуаплылыҡҡа тарттыра алабыҙ. Әммә язалап ҡына ла мәсьәләне тулыһынса хәл итеү мөмкин түгел”, – ти ул.
«Халыҡ күҙәтеүе» проекты тап ошо мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтелгән дә инде. Рейд барышында ҡағиҙә боҙоу осраҡтары менән бер рәттән ҡануниәттәге етешһеҙлектәр ҙә барланды. Уныңһөҙөмтәләре буйынса законға үҙгәрештәр индереләсәк, тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Торлаҡ комитеты һәм инфраструктура үҫеше комитеты рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов. “Баш ҡала менән райондар араһында йөрөгән рейстар бихисап, тик уларҙы бер кем дә тикшермәй. Бындай транспорт саралары аварияға осраған хәлдә пассажирҙыңғүмере өсөн бер кем дә яуап бирмәй. Бөгөнгө эштеңһөҙөмтәһе ҡануниәттә мотлаҡ сағылыш табасаҡ”, – тип белдерҙе ул.
Шулай ҙа мәсьәләнең тамыры – халыҡтың аңында, тип баһалай белгестәр. Пассажирҙар үҙҙәре үк законһыҙ таксистар күрһәткән хеҙмәттән баш тартып, хәүефһеҙлекте өҫтөнөрәк ҡуя ала бит! Әммәәлегә киреһенсә килеп сыға.
Рейд быны йәнә иҫбатланы. Мәҫәлән, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Шишмә – Өфө маршруты буйынса китеп барған автобусты туҡтатты. Водителдеңғинуар айында тиҙлекте арттырғаны өсөн түләнмәгән штрафтары бар. Етмәһә, микроавтобуста пассажирҙарҙыңҡайһы берҙәре аяғөҫтө бара. Үҙен Николай тип таныштырған уҙаманға йәнә 500 һум штраф һалдылар, тик был сараныңһөҙөмтәһеҙ булыуы көн кеүек асыҡ. Николай барыбер, күберәк аҡса һуғыуҙы уйлап, юл ҡағиҙәләрен боҙоуға барасаҡ. Хәйер, быны ул үҙе лә йәшермәй.
Тәҡдимде ихтыяж тыуҙыра. Дәүләт транспорт системаһы халыҡҡа уңайлы шарттар булдырмай итмәй тороп, законһыҙ кеше ташыусылар мәсьәләһен хәл итеү мөмкин түгел.