“Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесенеңӨфөләге йәмәғәт башланғысында ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Раил Әсәҙуллин граждандарҙың мөрәжәғәтен тыңланы.
Был көндө депутатҡа үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр менән алты кеше килде. Өфөнән оло йәштәге ҡатын үҙе эшләгән уҡыу йортондағы ғәҙелһеҙлек тураһында һөйләне. Ул һөнәрселек лицейында ҡарауылсы икән. Хеҙмәт хаҡы кәметеп бирелә, байрам һәм ял көндәрендә эшләгән өсөн түләмәйҙәр, тине ул. Раил Әсәҙуллин уныңғаризаһын һәм документтарын ҡабул итте. Хәлде Башҡортостан Прокуратураһы һәм Мәғариф министрлығы вәкилдәре тикшерәсәк.
Шишмәнән килгән ҡатын әсәһе — Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатыны — исеменән мөрәжәғәт итте. Ул ҡыҙыныңғаиләһе менән бергә йәшәй икән. Законға ярашлы айырым фатирға хоҡуҡлы. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ғариза биреүенәҡарамаҫтан, урындағы хакимиәт тарафынан сара күрелмәй. Партия вәкиле ветеранға ярҙам итеүөсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә вәғәҙә бирҙе.
Сара барышында Раил Әсәҙуллин шулай уҡ Шишмәләге ярҙамсыһы менән бәйләнешкә инде һәм ошо райондан мөрәжәғәт итеүселәрҙе борсоған мәсьәләләрҙе киләһе аҙнала урындағы халыҡ менән берлектә тикшерергә килеште.