Бар «ярлы»һы, бар байы...30.04.2014
Бар «ярлы»һы, бар байы...
Дәүләт Думаһы депутаттары, сенаторҙар 2013 йылғы килемдәре, үҙҙәренең ғаилә мөлкәте тураһындағы мәғлүмәттәрҙе матбуғатта баҫтырҙы. Дөйөм алғанда, Башҡортостан парламентарийҙарының күбеһе матди хәлен нығытҡан. Иң байы тип коммунист Андрей Тычинин (47,2 миллион һум) табылһа, иң аҙ табышты (2,3 миллион һум) Александр Ющенко алған.

Быға тиклем иң хәлле депутат тип танылған Александр Дегтяревтың килеме бер йыл эсендә 3 миллион һумға кәмеп, 13,2 миллион һум тәшкил иткән. Депутаттың яҡынса 4 гектарға яҡын майҙанда ете баҡса участкаһы, дөйөм майҙаны 819 квадрат метр булған дүрт йорто, 312,3 квадрат майҙанлы ике фатиры, өс гаражы, магазины, ике кафеһы, ике офисы, бассейны һәм «BMW 530 XIA» машинаһы бар. Ә ҡатынына 1,5 мең квадрат метр майҙандағы ер участкаһы, фатир, «Toyota Highlander» һәм гараж боксы яҙылған. Бынан тыш, ике балаһына 80 квадрат метр майҙанлы фатир, «Nissan Qashgai», «Mitsubishi Pajero» рәсмиләштерелгән.
«Берҙәм Рәсәй»ҙән депутат Марсель Йосоповтың ҡатыны иң хәллеһе тип танылған. Ул 49 миллион һум аҡса эшләгән! Ә ире ғаилә ҡаҙнаһына 2,5 миллион һум табыш килтергән. Депутат Владимир Поцяпундың ҡатынының килеме – 16,4 миллион һум, үҙенеке – 8,7 миллион. Башҡа депутаттарыбыҙҙан айырмалы, В. Поцяпундың Испанияла, Рәсәйҙә, Ҡырымда фатирҙары, бер һәм 2,5 мең квадрат метрлы ике ер участкаһы, «Renault 21» машинаһы бар. Депутат Рафаэль Мәрҙәншиндың ҡатыны ла аҡсаны байтаҡ эшләй икән (11,9 миллион һум). Ә ғаилә башлығы үҙенең 3,4 миллион һум килеме тураһында отчет биргән.
Ә ҡатын-ҡыҙ депутаттарыбыҙ күпме аҡса туплаған? «Берҙәм Рәсәй»ҙән Сәлиә Мырҙабаеваның табышы – 7,8 миллион һум. Ире үткән йыл менән сағыштырғанда биш тапҡырға күберәк (5,4 миллион һум) аҡса эшләгән. С. Мырҙабаеваның милкендә йорт (245 квадрат метр), фатир (132 квадрат метр), ер участкаһы (яҡынса 3 мең квадрат метр), гараж, гараж боксы һәм «Honda CR-V» автомобиле бар. Ә иренә 4 мең квадрат метр ер участкаһы, «Niva Chevrolet» машинаһы яҙылған. Депутат Рима Баталованың килеме, 3 миллионға күтәрелеп, 5,3 миллион һум тәшкил иткән. Зөһрә Рәхмәтуллина иһә 2,8 миллион һум аҡса туплаған. Былтыр ошондай уҡ сумманы Павел Качкаев та йыйған. Ә бына Павел Крашенинниковтың килеме 12,9-ҙан 3,3 миллион һумға тиклем кәмегән. Иван Сухаревтың 2011 йылда 167 миллион һумы булһа, былтыр был сумма 8,6 миллион һум тәшкил иткән. Был парламентарийҙың исеменә бер ниндәй милек тә, хатта машина ла яҙылмаған. Шулай уҡ Николай Лакутин да милекһеҙ икән. Уның килеме 4 миллионға кәмеп, 2,5 миллион һум булған. 419 мең һум аҡса эшләгән ҡатынының фатиры, йорто, баҡсаһы, гаражы һәм «Audi» машинаһы бар. Депутат И. Фәхретдиновтың килеме лә ике тапҡырға – 2,95 миллион һумға тиклем кәмегән. Былтыр ул «Mitsubishi Outlander» машинаһы һатып алған.
Башҡортостандан һайланған бер депутат та Дәүләт Думаһында иң байҙар исемлегенә инмәй. Ҡайһы берәүҙәре хатта бер эш хаҡына йәшәй икән. Әйткәндәй, ул уртаса 250 мең һум тәшкил итә. Шулай итеп, былтыр депутаттарыбыҙҙың килеме 2 – 16,35 миллион һум тирәһендә тирбәлһә, уларҙың ирҙәренең йәки ҡатындарының эшләп алған аҡсаһы 127 мең һумдан 34,5 миллион һумға тиклем булған.
Башҡортостандан Федерация Советындағы вәкил Анатолий Бондаруктың байлығы 9 миллион 467 мең 87 һум тәшкил итһә, ҡатыны 40,5 миллион һум аҡса туплаған. Бондаруктарҙың 18 ер участкаһы бар. Шулай итеп, күсемһеҙ милектәре 3 миллион 824 мең 771 квадрат метр майҙанды биләй. Бынан тыш, уларға 12 фатир, 4 йорт, 7 гараж һәм башҡа милек яҙылған. Бондаруктар ете автомобилгә, өс мототранспортҡа, «Ямаха», «Арктик Кат» ҡарйөрөгөстәренә, «Пехра» йөк тракторына эйә, тиһәк, аптырамағыҙ. Юҡҡа ғына Анатолий Бондарук был йәһәттән ил сенаторҙары араһында ун өсөнсө урынды биләмәй икән. Ошондай хеҙмәттәше эргәһендә икенсе сенаторыбыҙ Рафаил Зинуров баҫалҡы ғына булып күренә. Былтыр уның бөтә килеме 3 миллион 122 мең 480 һум тәшкил иткән. Шулай уҡ Р. Зинуров милкенә шәхси төҙөлөш өсөн тәғәйенләнгән 1 мең 758 квадрат метр майҙанлы ер, 190,5 квадрат метрлыҡ йорт, 72 квадрат метр майҙанлы скульптура оҫтаханаһы ҡарай. Ә ҡатыны 129,8 квадрат метр майҙанлы фатирҙың дүрттән бер өлөшөнә хужа. Зинуровтарҙың шәхси машинаһы юҡ.
А. МӨЛӨКОВА әҙерләне.


Вернуться назад