Имтихан ғына хәл итмәй18.01.2012
Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында Өфө ҡалаһы башлығы вазифаһына кандидаттар имтихан тапшырҙы.
Имтиханда туғыҙ кандидаттың етәүһе ҡатнашҡан. Юрист Любовь Белышева алдан саҡырылһа ла килмәгән, ә юридик фирманың генераль директоры кәңәшсеһе Евгений Федоров үҙ кандидатураһын алған. “Европа плюс Өфө” радиостанцияһының мәғлүмәт хеҙмәте директоры Малик Мөлөков, эксперт комиссияһының компетентлығында шикләнеү белдереп, имтихандың башында уҡ сығып киткән. Һөҙөмтәлә алты кешенең өсәүһе – “Редакция” йәмғиәте директоры Эдвард Мурзин, Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов, Өфө ҡалаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ирек Ялалов – һынауҙы уңышлы тапшыра алған.
Һынауҙы уңышлы тапшырған кандидаттарҙың яҙмышын 18 ғинуарҙа Өфө ҡалаһы Советының сираттағы ултырышында депутаттар хәл итәсәк.
Л. НУРЕТДИНОВА.


Вернуться назад