Сикләүҙәрҙең сиге булырмы?29.04.2014
АҠШ менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәт көндән-көн киҫкенләшә. Сәйәси санкцияларға иҡтисади, хәрби сикләүҙәр ҙә өҫтәлә. КХДР ҙа АҠШ-тың баш бәләһенә әүерелә бара.

АҠШ президенты Барак Обама Токиола Япония премьер-министры Синдзо Абэ менән осрашып, Азия-Тымыҡ океан төбәгендә хәүефһеҙлек торошон тикшерҙе. КХДР ҙа тынысһыҙлыҡ сығанағы булып тора. Төньяҡ Корея үҙ тарихында инде дүртенсе тапҡыр ядро ҡоралын һынарға йыйына. Шуға ла Барак Обама Корея Республикаһы президенты Пак Кын Хе менән осрашҡанда, төп иғтибар КХДР-ға йүнәлтелде. Әгәр ҙә ике дәүләт һуғышыу сигенә килеп етһә, АҠШ унда төп ролде уйнаясаҡ. Ни өсөн тигәндә, Америка менән Корея Республикаһы араһындағы хәрби хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ярашлы, берләштерелгән хәрби көскә ул идара итергә тейеш. Әле Көньяҡ Кореяла 28 мең самаһы АҠШ һалдаты иҫәпләнә. Һуғыш башлана ҡалһа, ошо хәрби көстө урындағы власть ҡарамағына тапшырыу хаҡында һүҙ бара ла инде. Корея иһә әлегә барлыҡ яуаплылыҡты үҙенә алырға ҡурҡа, быға әҙер түгеллеген белдерә. АҠШ-тың хәрби көстәрен уның ҡарамағына тапшырыу эше башта 2012 йыл аҙағына тәғәйенләнгәйне, һуңынан 2015 йыл аҙағына күсерелде. Әле килеп, тағы биш йылға оҙайтып ҡуйҙылар. Был — үҙенә күрә хәрби тактика: КХДР АҠШ-тың ҡулы аҫтындағы хәрби көстәргә ҡаршы күрәләтә һуғыш асмаҫ, тип баралар. Ә былай ваҡытты аҙға ғына булһа ла һуҙырға мөмкин.
Барак Обама Малайзияла сағында илдәге иң ҙур мәсеттә (15 мең кешелек) булырға ла өлгөрҙө. Был — урындағы халыҡҡа ихтирам билдәһе. Малайзия халҡының күпселеге мосолман булһа ла, бында башҡа диндәрҙе тотоусылар ҙа байтаҡ.
Обама илдең премьер-министры Наджиб Тун Разак менән осрашыуы барышында һүҙ азатлығы, демократия төшөнсәләре хаҡында фекер алышты. “Малайзияла ирек юҡ, оппозиция ныҡлы ҡыҫырыҡлана” тигән төшөнсә нығынған. АҠШ лидеры ошо хаҡта һүҙ ҡуҙғатты, шулай ҙа оппозиция лидеры Әнүәр Ибраһим менән осрашыуҙан баш тартты. Демократия принциптары тураһында һүҙ йөрөткән кеше өсөн был, әлбиттә, егетлек түгел: уларҙың да фекерен ишетеп ҡайтһа, насар булмаҫ ине. Әйткәндәй, АҠШ етәкселеге Малайзияға ярты быуат тирәһе килмәгән. Һуңғы тапҡыр — 1966 йылда, Вьетнам һуғышы мәлендә — бында президент Линдон Джонсон булып киткән. Ул осорҙа АҠШ етәкселеге Азияның көньяҡ-көнсығышында коммунистар идеологияһының таралмауы өсөн көрәш алып барған. СССР тарҡалғандан һуң Америка өсөн бындай ҡурҡыныс янамай. Дөрөҫ, Ҡытай ҙа социализмда йәшәй, тик ул үҙ идеологияһын башҡаларға көсләп таҡмаясаҡ, ә иҡтисади һәм хәрби ҡеүәте менән алдырасаҡ. АҠШ тап шунан хәүефләнә, һәм әлеге эш сәфәре фәҡәт ошоға бәйле.
Үҙе булған ерҙәрҙә Обама Украиналағы сәйәси көрсөк хаҡында һүҙ ҡуйыртты. Әлбиттә, Рәсәйгә ҡарата яңы санкциялар ҡулланыу мөһимлеге лә теленән төшмәне. Әле илебеҙҙең 33 чиновнигына ҡарата шундай сара ҡабул ителгән. Хәҙер килеп, АҠШ хәрби хеҙмәттәшлек өлкәһендә лә санкция ҡулланмаҡсы, Дэн Коутс етәкселегендәге сенаторҙар яңы закон проекты әҙерләгән. Был документ Америка хөкүмәтенә “Рособоронэкспорт” компанияһы менән хеҙмәттәшлек итеүҙе ҡәтғи тыя, элекке килешеүҙәрҙе кисекмәҫтән өҙөүҙе талап итә. Йәғни ҡорал һатыу тураһында быға тиклем төҙөлгән контракттарҙы юҡҡа сығарыу хаҡында был яңы закон. Барак Обама әлегә уға ҡул ҡуйырға ашыҡмауын белдерә. Был дөрөҫтөр ҙә.
Билдәле булыуынса, 2011 йылда АҠШ Рәсәй менән хәрби ҡорал һатыу тураһында контракт төҙөгәйне. Ошоға ярашлы, беҙҙең ил уларға 63 “Ми-17В5” хәрби-транспорт вертолеты һатырға килеште. Контракттың хаҡы — 1,33 миллиард доллар. Рәсәй, килешеүҙе үтәп, 2012 йылда уҡ АҠШ-ҡа 21 вертолет һатты, быйыл тағы ла 30 хәрби техниканы оҙатырға тейеш. Хәҙер килеп, Украиналағы хәл-ваҡиғаға бәйле контрактты өҙөргә маташалар. Билдәле булыуынса, АҠШ Рәсәй вертолеттарын Афғанстанға ҡаршы ҡуллана, һәм был хәрби техника башҡаларҙыҡынан, шул иҫәптән Американыҡынан, өҫтөнөрәк. Пентагон килешеүҙе өҙгән осраҡта ла Рәсәй вертолеттары эйәһеҙ ҡалмаясаҡ, сөнки донъяла бындай хәрби техникаға ихтыяж ҙур. Шуға ла АҠШ-тың төрлө сәбәп эҙләп, яңынан-яңы санкциялар уйлап табыуы, илебеҙҙе ауыр хәлдә ҡалдырырға тырышыуы урынһыҙ.
Киевтағы яңы власть Украинаның көнсығышындағы хәлдәргә тейешле әһәмиәт бирмәй, бындағы халыҡтың мәнфәғәтен иҫәпкә алмай, уларҙы көс ҡулланып баҫтырыу яғында. Проблеманы яҡындан өйрәнеү, халыҡ менән осрашыу урынына Майҙан тарафынан премьер-министр вазифаһына тәғәйенләнгән Арсений Яценюк Италияла йөрөп ҡайтты. Сәфәре уңды, тип әйтеп булмай. Италия премьер-министры Маттео Ренци уның менән аралашыуға ни бары 18 минут ваҡытын бүлгән. Тимәк, улар Украинаға ярҙам итергә бик атлығып тормай. Ә АҠШ президенты был мәсьәләлә Европа илдәре тарафынан тулыһынса хуплау табырына ышанғайны. Италия Хөкүмәте башлығы Яценюкты кире бороп ҡайтарып, Обаманың өмөтөн аҡламаны булып сыға. Европа илдәре, әлбиттә, үҙ мәнфәғәтен ҡайғырта: уларҙың иҡтисады Рәсәй энергетикаһына бәйле. Унан килеп, илебеҙ Италия, Франция, Германия тауарҙарын төп ҡулланыусы булып иҫәпләнә. Рәсәйгә ҡарата санкция уларҙың үҙҙәренә лә ҙур иҡтисади зыян килтерәсәк.


Вернуться назад