Уҙған аҙнала Симферополдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Ҡырым Республикаһы башлығы вазифаһын башҡарыусы, Министрҙар Советы рәйесе Сергей Аксенов сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм социаль-мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иткәйнек инде. Башҡортостан Ҡырымда үҙенең вәкиллеген асты һәм Белогорск районын шефлыҡҡа алды. Ошо уңайҙан Рөстәм Хәмитов “Ҡырыминформ” агентлығына хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тураһында һөйләне.
Президентты Ҡырым нисек ҡаршылаған, сәфәрҙән ниндәй тәьҫораттар ҡалған? Башҡортостан Республикаһы шефлыҡҡа алған Белогорск районында төп мәсьәлә — газ үткәреү. Ул нисек хәл ителер? Белогорскиҙа сәнәғәт етештереүен тергеҙеү йәһәтенән ниндәй йүнәлештәр билдәләнә? Өфө менән Симферополь араһында тура авиарейс асылырмы? Быйыл республикабыҙҙан нисә бала Ҡырымға ял итергә ебәрелер?
Рөстәм Хәмитов ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирә. Интервьюның тулы тексы Башҡортостан Президентының сайтында (http://www.presidentrb.ru/rus/press-serv/novosti/57583.html) бирелгән.