Украинаны дер һелкеткән фажиғәле хәлдәр хафалы уйҙарға һала. Етәкселек бүкәненә сат йәбешкән дилетант сәйәсмәндәр һәм шул бүкәнгә ултырырға ашҡынған бушбоғаҙҙар үҙ республикаларының иҡтисади һәм социаль көрсөккә килеп терәлеүен, упҡынға тәгәрәүен фәҡәт Рәсәйгә япһара: имеш, Мәскәү гонаһлы, йәнәһе, Путин ғәйепле, тип халыҡты ҡуҙғыта, ғәм-саруаны (толпа) майҙандарға сығарып, бола ҡуптарырға, ут менән уйнарға ҡоторта.
Боронғолар әйтмешләй, халыҡ – ҡара һарыҡ ул, ҡайҙа әйҙәһәң – шунда эркелә, шунда йүнәлә, тупаҫыраҡ итеп сағыштырғанда, лауылдап өргән эт өйөрөн кемгә һөсләһәң – ул шуны таларға, шуны өҙгөләргә әҙер… Киев һәм башҡа украин ҡалаларындағы ваҡиғаларҙы телевизорҙан күҙәтеп барабыҙ: Рәсәйгә аяуһыҙ яла яғыу, асыҡтан-асыҡ янау һәм мәғлүмәти һөжүм яһау хаттин ашты. Тәнең ытырғанмаҫмы ла йәнең өшөмәҫме!
Шовинистарҙың иләк кеүек тишкеләнеп бөткән хәтерҙәрен яңыртҡы килә. Октябрь революцияһынан һәм граждандар һуғышынан һуң йөҙәр мең кешенең ғүмерен өҙгән ҡот осҡос аслыҡ һәм йот йылдарында украин халҡына кем иң әүәл ярҙам ҡулы һуҙҙы?! Рәсәй! Бабий Яр һәм башҡа тиҫтәләрсә язалау урындарында йөҙәр мең ҡорбандың башына еткән немец баҫҡынсыларынан ҡырып бөтөрөүгә дусар ителгән украин ҡәүемен кем һәләкәттән йолоп ҡалды?! Рәсәй! Шул дәүерҙә Украинаның, үҙаллы республика булараҡ, көллө дәүләт структураларын кем һаҡланы һуң?! Рәсәй! Бындай миҫалдар бихисап. Украина Яҙыусылар союзының, Фәндәр академияһының, ғилми ойошмаларының, байтаҡ учреждениеларының, завод-фабрикаларының Бөйөк Ватан һуғышы осоронда беҙҙең Өфөбөҙҙә һыйыныуын һәм ҡунаҡсыллыҡ табыуын иҫкә төшөрөү ҙә күп нәмә хаҡында һөйләй. 1979 йылда Башҡортостанда Украина әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре үтте, украин яҙыусылары әҫәрҙәренең иң гүзәл өлгөләрен туплаған башҡортса ике һәлмәк том – проза һәм поэзия китаптары нәшер ителде. Уларҙы сығарышыуҙа мин дә әүҙем ҡатнаштым. Анатолий Шиян һәм Федор Залатаның хикәйәләрен, Павло Тычина, Владимир Сосюра, Микола Винграновский, Виталий Коротич, Владимир Затулывитер шиғырҙарын әсә телебеҙгә тәржемә иттем. Тәржемәләрем радио-телевидение аша йыш яңғырап торҙо, төрлө гәзит-журналдарҙа һәм минең айырым йыйынтыҡтарымда ла донъя күрҙе.
Рәсәйгә ҡул күтәрергә йәки киҙәнергә һис ҡасан да ярамай. Рәсәй – бай һәм ҡеүәтле ил, йәмғиәти йәһәттән дә, хәрби көс йәһәтенән дә бөтә донъяла ҡөҙрәтле, абруйлы супердержава. Ошо хәҡиҡәтте бөгөн украин бендеровсыларына ныҡлап “мыйыҡҡа урап” ҡуйырға ине… Хәҙерге ҡурҡыныс заманда башыбыҙ тәңгәлендә ядро зарядтары тыңҡыслап тултырылған ракеталар осмағанға, бомбалар шартламағанға беҙ Рәсәйгә мең бурыслыбыҙ, Рәсәйгә мең рәхмәтлебеҙ!
Украин милләтселәре! Яҡлаусы ла, һаҡлаусы ла.
Теҙләнмәгеҙ Көнбайышҡа, Рәсәй тиң ул әсәйемә,
Киҙәнмәгеҙ Ватаныма, Рәсәй тиң ул атайыма!
Сүп өймәгеҙ Рәсәйемә! Һүҙ әйтмәгеҙ Ватаныма,
Рәсәй – беҙҙе аңлаусы ла, Киҙәнмәгеҙ Рәсәйемә! Ә инде Ҡырым автономиялы республикаһының һәм Севастополь ҡалаһының, барса цивилизациялы донъя ҡағиҙәләренә ярашлы, дөйөм халыҡ референдумы үткәреп, законлы рәүештә Рәсәйгә ҡушылыуын, Мәскәү ҡанаты аҫтына һырығыуын ихлас йөрәктән хуплайым. Ҡырым ғүмер баҡый Рәсәйҙеке булған, буласаҡ! Рәсәйҙең көньяҡ биләмәләренә терәлеп ятҡан ярымутрауға НАТО ғәскәрҙәре бер ваҡытта ла аяҡ баҫа алмаясаҡ!
Александр Пушкин, Федор Тютчев кеүек даһиҙарҙың фекерҙәренә ауаздаш итеп, Ҡырымдағы ҡәрҙәштәремә түбәндәге шиғырымды инселәйем:
Быуаттарҙың хәтәр дауылдары
Айырһа ла беҙҙең юлдарҙы,
Беҙ бит – бер халыҡтың балалары,
Беҙ бит – бер әсәнең улдары.