Дәүләтcелек нигеҙе26.04.2014
1906 йылдың 27 апрелендә Санкт-Петербургтың Таврия һарайында Рәсәй империяһының иң юғары вәкиллекле органының тәүге ултырышы тантаналы рәүештә асылған. Тап ошо сара ил парламентаризмының нигеҙе булып тора, ти тарихсылар. Быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Парламентаризм көнө тураһында федераль закон ҡабул иткәненә ике йыл булды. Әлеге ҡарар был көндөң мөһимлеген үҫеп килгән быуынға аңлатыуы, илһөйәрлек тойғоһон нығытыуы менән әһәмиәтле.

Закон проектын Дәүләт Думаһына тәҡдим итеп, Конституция ҡануниәте һәм дәүләт төҙөлөшө буйынса комитет рәйесе В.Н. Плигин: “Парламенттың тарихи әһәмиәте һәм тәғәйенләнеше социаль тетрәнеүҙәргә юл ҡуймауҙан, йәмғиәттең йылдам үҫешен һәм тотороҡлолоғон тәьмин итеүҙән, уның ағзаларының хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын теүәл үтәүҙән тора. Иҫтәлекле даталарҙы Рәсәй парламентаризмы көнө менән тулыландырыу Рәсәй парламенты һәм Федерация субъекттарының закондар сығарыу (вәкиллекле) органдары ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын аңларға, шулай уҡ граждандарҙы ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеккә ылыҡтырырға ярҙам итергә тейеш”, — тип билдәләгәйне.
Был көндә республика парламенты депутаттары мәктәптәрҙә асыҡ дәрестәр үткәрәсәк. Был хаҡта ошо көндәрҙә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев белдерҙе.
— Кешеләр парламенттың нимә эшләгәнен, ниндәй мәсьәләләр менән шөғөлләнгәнен, республиканың һәм илдең сәйәсәт һәм дәүләт системаһында биләгән ролен белергә тейеш, — тине спикер.
Һуңғы 20 йыл эсендә илебеҙҙә сәйәси йәһәттән ҙур үҙгәрештәр булды. Мәҫәлән, 1993 йылда бөтә халыҡтың тауыш биреүе юлы менән ҡабул ителгән Рәсәй Конституцияһы кешенең хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын иң юғары ҡиммәттәр тип иғлан итте, шуның менән шәхес, йәмғиәт һәм дәүләттең үҙ-ара мөнәсәбәтенән яңы алымдарҙы гарантияланы. Ошо йылдарҙа демократик сәйәси системаһы булған ысын хоҡуҡи дәүләт төҙөүгә өлгәштек. Шуны билдәләргә кәрәк: дәүләт эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге күп йәһәттән закондар сығарыу власының үҫешенә бәйле. Илдең бөтөнлөгө һәм халыҡтың именлеге хаҡына төрлө мәнфәғәттәр дөйөм, уртаҡ булғанда ғына парламент ысын-ысындан демократик власть органына әүерелә.
Л. ҒАФАРОВА.



“Ә һеҙ был байрамды нисек ҡабул итәһегеҙ?” тигән һорау менән гәзит уҡыусыларыбыҙға өндәштек

Рөстәм ИШМӨХӘМӘТОВ, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитеты рәйесе урынбаҫары:
– Парламентаризм – демократияның төплө нигеҙе. Был төшөнсәнең әһәмиәте тураһында йәш быуынға йышыраҡ һөйләргә кәрәк тигән ҡараштамын. Парламентаризм көнө уңайынан Ауырғазы районының Талбазы ауылында, Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында мәктәп уҡыусылары һәм студенттар менән осрашып һөйләшәсәкбеҙ. Былтыр бындай тәжрибәм булды, Конституцияға арналған асыҡ дәрес үткәргәйнем. Балаларҙы ҡыҙыҡлы итеп, төрлө миҫалдар менән дәлилләп үткәрелгән дәрес ылыҡтыра.

Нәзилә РӘХМӘТОВА, тарих уҡытыусыһы:
– Был темаға юғары класс уҡыусылары менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Әлбиттә, парламентаризмдың әһәмиәтен аңлатып, уның йәмғиәттәге роле тураһында һөйләнем. Йәмәғәтселек әүҙемлеге, илһөйәрлек, закондар эшмәкәрлеге – быларҙың барыһы ла киләсәк быуынға кәрәкле темалар. Улар беҙгә ҡарағанда әүҙемерәк булырға тейеш тигән фекеремде еткерергә тырыштым.

Артур БУЛАТОВ, йәмәғәт эшмәкәре:
– Үҙәк баҫмаларҙың береһендә яңыраҡ ҡыҙыҡлы мәғлүмәткә юлыҡтым: Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге халыҡтан Рәсәй Дәүләт Думаһы эшмәкәрлеген, уның һуңғы мәлдәге эштәрен нисек баһалауы менән ҡыҙыҡһынған. Граждандарҙың күпселеге (60 проценты) парламенттың түбәнге палатаһы депутаттарының эшен хупламай икән. Уның ҡарауы, һәр бишенсе кеше Дәүләт Думаһына ыңғай ҡарашта булыуын белдергән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: йәшәү кимәле яҡшырған һайын, парламенттың эше халыҡта ыңғай фекер уята. Ғөмүмән, парламентаризм гражданлыҡ йәмғиәтен төҙөүгә нигеҙ булып тора. Йәмәғәтселекте иң йәш байрамдарҙың береһе менән ихлас тәбрикләйем!


Вернуться назад