Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров менән осрашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Рөстәм Хәмитов Комиссия башлығына Волга буйы һәм Урал федераль округтары төбәктәрендәге һайлау комиссиялары рәйестәре менән семинар-кәңәшмәне тап Өфөлә үткәргән өсөн рәхмәт белдерҙе.
— Башҡортостанда ошо эште ойоштороу йәһәтенән ҙур ыңғай тәжрибә тупланған. Быйыл көҙ һайлау үткәрелгән төбәктәр һеҙҙән өлгө алыр, тип иҫәп тотабыҙ, — тине Владимир Чуров.
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы әйтеүенсә, сентябрь үҙенсәлекле булмаҡсы, сөнки был айҙа 17 төбәк башлығы һайланасаҡ. Өҫтәүенә закондар сығарыу йыйылыштарына, шулай уҡ муниципаль һайлауҙар, референдумдар уҙғарыла. Был эш берҙәм тауыш биреү көнөндә тормошҡа ашырыласаҡ. Уҙғанында 120 меңдән ашыу кандидат тәҡдим ителгәйне. Быйыл күберәк булыуы ихтимал.
— Һеҙгә ҡатмарлы һәм яуаплы бурыс йөкмәтелгәнен беләбеҙ. Һайлау системаһы даими камиллаша, яңылыҡтар, ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелә. Кешеләргә ошо үҙгәрештәрҙе аңлатырға кәрәк. Был йәһәттән беҙ — һеҙҙең ярҙамсылар, — тине республика башлығы.