Шаршамбы Башҡортостандан Ҡырымға гуманитар йөк тейәлгән икенсе ылау юлға сыҡты.
Республикабыҙ шефлыҡҡа алған Белогорск районына ике ҙур йөк машинаһы аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-ярағы, мәктәп өсөн ҡорамалдар, шул иҫәптән интерактив компьютер класы, музыка ҡоралдары, музей йыһаздары оҙатылды. Колонна Дуҫлыҡ монументынан ҡуҙғалды.
Тиҙҙән Белогорск районына “Ашығыс ярҙам” машинаһы, мәктәп автобусы һәм “ГАЗель” микроавтобусы тапшырыласаҡ. Ярҙам бының менән генә сикләнмәй, артабан йөк Ҡырым халҡы һәм ойошмалары ихтыяжына ярашлы тупланасаҡ. Әйткәндәй, Башҡортостандан 75 тонна гуманитар йөк тейәлгән тәүге ылау Симферополь ҡалаһына 27 мартта барып еткәйне.