Симферополдә Башҡортостан Хөкүмәте менән Ҡырым Республикаһының Министрҙар Советы араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Документты Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Ҡырым башлығы вазифаһын башҡарыусы, Министрҙар Советы рәйесе Сергей Аксенов ҡултамғалары менән нығытты. Килешеүгә ярашлы Башҡортостан менән Ҡырым араһындағы эшлекле һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереүҙең төп алымдары билдәләнде. Уларға төп йүнәлештәр буйынса килешеүҙәр төҙөү, делегациялар менән алмашыу, комиссиялар, эш төркөмдәре, эксперт советтары кеүек структуралар булдырыу инә.
Башҡортостандың һәм Ҡырымдың сауҙа-сәнәғәт палаталары араһында ла хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, республикабыҙ Ҡырым менән бәйләнештәрҙе яйға һалырға тотондо. Бында Башҡортостандың вәкиллеге асылды, Өфөлә штабтар эшләй. Уға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов көйләй.
Сергей Аксенов үҙ сиратында Ҡырымда башҡарылған эш, Белогорск районына күрһәтелгән ярҙам өсөн Башҡортостанға рәхмәт белдерҙе.