Кисә Өфөлә Рәсәйҙең Волга буйы һәм Урал федераль округтарына ингән төбәктәрҙең һайлау комиссиялары рәйестәре ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә башланды.
“2014 йылдың 14 сентябрендәге Берҙәм тауыш биреү көнөндә Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарына һайлауға әҙерләнеү, уны үткәреү буйынса һайлау комиссияларының бурыстары” тигән сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, илдең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров, федераль органдар, сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре етәкселәре, территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре ҡатнаша.
Форум программаһына ярашлы, комиссияларҙың һайлауға әҙерлек буйынса бурыстарын тикшереүгә арналған пленар ултырыш үтте, унан һуң “түңәрәк өҫтәл”, тәжрибә уртаҡлашыу булды.
Кәңәшмә барышы тураһында ентеклерәк мәғлүмәтте гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ.