Силсәүиттән ҡурҡығыҙ: уға штраф һалыу хоҡуғы бирелә!23.04.2014
Кисә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышы булып уҙҙы. Ул өсөнсө, икенсе һәм беренсе уҡыуҙа закон проекттарын ҡараны, Рәсәй Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына федераль закон проекттарын ебәрҙе, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар ҡабул итте.

— Былтыр беҙ республика бюджетының 8 миллиард һумын маҡсатһыҙ файҙаланыуҙы асыҡланыҡ, — тине беренсе булып сығыш яһаған Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харасов. — Дәүләт һәм муниципаль милеккә шул рәүешле килтерелгән зыяндың 2 миллиард 200 миллион һумы кире ҡайтарылды, 700 миллион һумдан ашыуыраҡ бюджет юғалтыуына сик ҡуйылды.
Салауат Фәттәх улына депутаттарҙың һорауҙары күп булды.
— Матбуғатта һеҙҙең Нефтекама ҡалаһында ер биләмәләрен бүлеүҙәге ҙур етешһеҙлектәрҙе асыҡлауығыҙ тураһында күп яҙалар. Был хәлгә нисек юл ҡуйылған һуң?
— Ҡала властарының коммерция ойошмалары менән әшнәлек мөнәсәбәттәре сәбәпсе булған быға, — тине Палата рәйесе. – Беҙ тикшереүгә етмешләп белгесте йәлеп иттек. Бөгөн ҡалала хоҡуғы булған 1300 самаһы ғаиләнең 19-ы ғына ер участкаһы алған. Ә шул уҡ ваҡытта, йәнәһе, стадион, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорттары һ.б. төҙөргә тип эшҡыуарҙарға күп өлөш бүленгән. Бушлай! Артабан эшҡыуар проектты үҙгәртә — ул алған ер биләмәһендә торлаҡ йорт ҡалҡып сыға. Әлбиттә, һатыу өсөн.
— Бюджеттан 2 миллиард һум ситкә киткән. Ә бит беҙҙә Федераль ҡаҙналыҡ идаралығы бар, бер тин аҡсаны ла ситкә ебәрмәү уларҙың бурысы түгелме ни? — тине ултырышты алып барған парламент етәксеһе Константин Толкачев. — Мин уларҙы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ултырышына саҡырып тыңларға тәҡдим итәм. Бәлки, вәкәләттәре етеп бөтмәйҙер?
Залдан кемдер: “Уларға бөтә тейешле вәкәләттәр бирелгән!” — тип өҫтәне. Ҡаҙналыҡ етәкселеген парламент ултырышына саҡырыуға ҡаршылар булманы.
Һорауҙар икенсе сығыш яһаусыға — Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил Рафаил Ғибәҙуллинға ла байтаҡ ине. Уның әйтеүенсә, урында эшҡыуарҙарҙың уңышлы эшләү-эшләмәүе район йәки ҡала хакимиәте башлығының шәхесенә, донъяға ҡарашына ныҡ бәйле. Ә башбаштаҡлыҡтар был өлкәлә етерлек. Хатта аренда килешеүен дә район етәкселегенең теләһә ниндәй ваҡытта теләһә ниндәй сәбәп менән туҡтатыуы мөмкин. Бындағы хоҡуҡ һаҡлау органдары менән дә уртаҡ тел табыуы ҡыйын.
Депутаттар закон проекттары ҡабул итте. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре:
3 “2014 йылға һәм 2015 һәм 2016 йылдарҙың планлы осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр хаҡында”. Был проект федераль бюджеттан республикаға аҡса күсеүе, шул сәбәпле республиканың адреслы инвестиция программаһының структураһы һәм күләме үҙгәреүенә бәйле;
3 “Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙең уңдырышлылығын тәьмин итеү тураһында”. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа тупраҡтың уңдырышлылығы кәмей бара. Был, тәбиғи, беҙҙең аҙыҡ-түлек һәм экологик хәүефһеҙлекте ҡаҡшата. Закон проектының маҡсаты — ошо именлекте һаҡларға ярҙам итеүсе оҙайлы дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу;
3 “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы республика кодексына үҙгәрештәр”. Ул урындағы үҙидара органдарына хоҡуҡ боҙоу осраҡтарында үҙ вәкәләте сиктәрендә административ протокол төҙөргә хоҡуҡ бирә. Закон ҡабул ителгәс тә (әле ул беренсе уҡыуҙа ғына ҡаралды), ауыл хакимиәте башлығы хоҡуҡ боҙоуҙың 36 төрө буйынса штраф түләтә аласаҡ. Документ бер юлы үҙидара органдарының абруйын күтәреү һәм урындағы мәсьәләләрҙе яҡшыраҡ хәл итеү маҡсатын ҡуя;
3 “Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индереү хаҡында”. Ул муниципаль берәмек башлығын отставкаға ебәреү буйынса сәбәптәрҙе арттыра. Был исемлеккә өҫтәлгән яңы пункт: башлыҡтың йәки урындағы хакимиәттең кешенең расаһы, милләте, теле, диненә ҡарамайынса, тиң хоҡуҡлы булыуына дәүләт гарантияларын боҙоу.


Вернуться назад