Ҡырымда вәкиллек ойошторолдо23.04.2014
Ҡырымда Башҡортостан вәкиллеге төҙөлдө. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов ошо туралағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Вәкиллек Башҡортостан менән Ҡырым араһындағы үҙ-ара файҙалы сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәҙәни, гуманитар бәйләнештәрҙе киңәйтеү һәм тәрәнәйтеү маҡсатында Симферополдә эшләйәсәк.
Рөстәм Вилданов Башҡортостандың Ҡырымдағы вәкиле итеп тәғәйенләнде. Ул 1962 йылда Өфөлә тыуған, авиация институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1989 йылда ошонда уҡ бүлек начальнигы булып башлай. 1989—2001 йылдарҙа — “Когалымнефтегаз” предприятиеһында конструкторлыҡ-технологик бүлек начальнигы, “БРОТЭКС” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары, “Лукойл” төркөмөнә ингән компанияларҙың генераль директоры, “Транснефть” сауҙа йорто директоры урынбаҫары. 2011—2013 йылдарҙа — Башҡортостандың Мәскәүҙәге Сауҙа-сәнәғәт палатаһының рәсми вәкиле, республикабыҙҙың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле.
2013 йылдан әлегә тиклем Башҡортостандың ил президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең беренсе урынбаҫары була.


Вернуться назад