Төпкөлгә иғтибар кәрәк23.04.2014
Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советы менән ил Президенты ҡарамағындағы Өҫтөнлөклө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм демография сәйәсәте буйынса советтың берлектәге ултырышында ҡатнашты.

Ултырышты Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәрҙе. Унда ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереүҙе тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде.

* * *
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының тантаналы йыйылышында ҡатнашты. Ул илебеҙҙең ошо ойошмаға инеүенең 60 йыллығына арналды.

Мәскәүҙә уҙған йыйылышта Рәсәйҙең сит ил эштәре министры, комиссия рәйесе Сергей Лавров, ЮНЕСКО-ның генераль директоры Ирина Бокова, ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссия ағзалары сығыш яһаны.


Вернуться назад