Көн тәртибе билдәләнде18.01.2012
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы республика парламентының ҡырҡ етенсе ултырышының көн тәртибенә утыҙҙан ашыу мәсьәләне индерҙе.
Ултырыш 26 ғинуарҙа үтәсәк. Унда ике тиҫтәнән ашыу закон проекты буйынса тауыш биреү күҙаллана. Документтарҙың күпселеге, федераль ҡануниәттең камиллаштырылыуы сәбәпле, төбәк закондарына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереүгә бәйле. Байтаҡ закон проекты өсөнсө уҡыуҙа ҡарауға тәҡдим ителә.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев тәүге тапҡыр тикшерелгән документтарҙың ҡайһы берҙәренә нығыраҡ иғтибар биреүҙе һораны. «Башҡортостандың Экология кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында» закон проектын әҙерләү өсөн махсус эш төркөмө булдырылған, әүҙем шөғөлләнәбеҙ, тип хәбәр итте Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет рәйесе Франис Сәйфуллин. Федераль ҡануниәттең камиллаштырылыуы менән бәйле ҡабул ителергә тейешле «Мәғариф тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектына ла күп көс һалына. Уның менән Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Эльвира Юнысова ҡыҫҡаса таныштырҙы.
Закон проекттарының күпселеге Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеттары тарафынан индерелгән, шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте һәм муниципаль район Советтары тәҡдим иткән документтар бар. Депутаттар Бюджет, һалымдар, финанс һәм милек мәсьәләләре буйынса комитеттың составы хаҡында ҡарарға үҙгәреш индереү, Йәштәр йәмәғәт палатаһы тураһында документты яңыртыу мәсьәләләре буйынса ла тауыш бирәсәк.
Закон һәм ҡарар проекттарын ҡарауҙан тыш, депутаттар парламент ултырышында Башҡортостан ҡануниәтенең 2011 йылдағы торошо хаҡында доклад тыңлаясаҡ, дүрт суд участкаһына солох судьялары тәғәйенләйәсәк.
Я. УСМАНОВ.


Вернуться назад