16 ғинуарҙа Президент Дмитрий Медведев Дәүләт Думаһына Рәсәй төбәктәре губернаторҙарын туранан-тура һайлау тураһындағы закон проектын индерҙе, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.
“Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) һәм башҡарма органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы Федераль законға тейешле үҙгәрештәр индереләсәк. Закон проекты “Рәсәй Федерацияһы субъектының юғары вәкәләтле кешеһенең (Рәсәй Федерацияһы субъекты дәүләт власының юғары башҡарма органы етәксеһенең) тигеҙ һәм туранан-тура дөйөм һайлау хоҡуғы нигеҙендә йәшерен тауыш биреү юлы менән Рәсәй Федерацияһы граждандары тарафынан һайланыуын” күҙ уңында тота. Губернаторҙар посына кандидаттарҙы сәйәси партиялар йәки улар үҙен үҙе тәҡдим итә. Ләкин партиялар үҙҙәренең кандидаттарын Президент менән консультация үткәргәндән һуң ғына күрһәтә ала. Консультацияларҙың тәртибен дәүләт башлығы үҙе билдәләй. Әгәр партияларҙы һайлаусылар ҡултамғаһын йыйыуҙан азат итеүсе федераль закон ҡабул ителһә, төбәк башлығы вазифаһына күрһәтелгән кандидаттар файҙаһына ҡултамғалар йыйыу талап ителмәй.
Президенттың закон проектына ярашлы, губернатор биш йылдан артмаған ваҡытҡа һайлана. Төбәктең һайланған башлығы вазифаға ингәнгә тиклем уның вазифаһын Президент тәғәйенләгән кеше башҡара. Закон проекты Рәсәй Федерацияһы субъекты етәксеһен Президент ышанысын юғалтыуға бәйле эшенән бушатыу мөмкинлеген һаҡлап ҡала. Коррупция факттары асыҡланған йәки “яҡтарҙың бәхәсен көйләмәгән” өсөн дә губернатор отставкаға ебәрелә ала. Бынан тыш, төбәк башлығы Рәсәй Федерацияһы йәки уның субъекты ҡануниәтен боҙған, шулай уҡ, кисерерлек сәбәбе булмай тороп, бер нисә тапҡыр тейешле кимәлдә бурыстарын үтәмәгән осраҡта эшенән алынырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта губернаторҙы эшенән бушатыу процедураһы “халыҡ башланғысы” менән башҡарыла.
М. ШУМИЛОВА.