Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев: “Рәсәй Президенты өсөн уңайһыҙ темалар һәм һорауҙар юҡ”19.04.2014
— Бик ваҡытлы һәм мөһим сығыш. Президенттың ошондай яуаплы мәлдә үҙенең фекерен асыҡтан-асыҡ белдереүе күп нәмә хаҡында һөйләй. Бөгөн Украиналағы һуңғы ваҡиғалар, шул иҫәптән хоҡуҡи һәм иҡтисади мәсьәләләр буйынса байтаҡ имеш-мимеш йөрөй.
Күптәрҙе, әлбиттә, пенсия һәм эш хаҡы, социаль программаларҙың үтәлеше тотҡарланыу проблемаһы борсоно. Президент хәлгә аңлатма индерҙе, уның позицияһы асыҡ, аңлайышлы булды.
Ил башлығы тормоштоң төрлө өлкәләренә ҡағылған көнүҙәк һорауҙарға төплө яуап бирҙе. Шул уҡ ваҡытта, һәр айырым осраҡты дөйөмләштереп, уртаҡ проблемаларҙы, уларҙы хәл итеү йүнәлешен билдәләне.
Владимир Путиндың аралашыу стиле бик оҡшай. Уның өсөн уңайһыҙ темалар һәм һорауҙар юҡ. Яуаптары илдәге һәм донъялағы хәл-ваҡиғаны тәрән белеүе, аныҡлығы менән айырылып торҙо.