Владимир ПУТИН: “Улар — ошо ерҙең хужалары”19.04.2014
Владимир ПУТИН: “Улар — ошо ерҙең хужалары”
Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 12-се тапҡыр халыҡ менән “тура бәйләнеш” үткәрҙе. Үткән йылғыға ҡарағанда уның ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡараҡ булһа ла, ил башлығы етмештән ашыу һорауға яуап биреп өлгөрҙө.

Әлбиттә, төп һорауҙар Украиналағы хәлдәргә һәм Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына бәйле булды. Быйылғы “тура бәйләнеш” Сочиҙа үткән Олимпиада уйындарына ҡағылышлы булырға тейеш ине, ләкин Украиналағы хәлдәр ҡамасауланы. Путин әйтмешләй, Виктор Янукович “Мономах бүреген” күтәрә алманы — илендә түңкәрелеш булды. Һөҙөмтәлә “Майҙан” еңде, төбәктәр ҡаршылығы тыуҙы.
Владимир Путин әйтеүенсә, был милләтселеккә килтерҙе, урыҫ һәм урыҫ телле халыҡҡа ҡурҡыныс тыуҙырҙы. Президент былай тине: “Киев властары илде упҡынға һөйрәй”. Журналист Кирилл Клейменовтың Украинаның көнсығышындағы хәлдәрҙә, Көнбайышта һәм Киевта әйтеүҙәренсә, “Мәскәү ҡулы” һиҙелеүе хаҡындағы һорауына ла яуап бирҙе: “Украинаның көнсығышында бер генә Рәсәй подразделениеһы, махсус хеҙмәттәре, инструкторҙары юҡ. Улар бөтәһе лә — урындағы халыҡ. Быға иң яҡшы иҫбатлау халыҡтың, тура мәғәнәлә әйткәндә, битлеген һалыуы булды. Мин үҙемдең көнбайыш партнерҙарыма былай тинем: “Уларҙың башҡа барыр ере юҡ, улар — ошо ерҙең хужалары, улар менән һөйләшергә кәрәк”.
Киевтағы түңкәрелеш менән риза булмаған көньяҡ-көнсығышта йәшәгән халыҡҡа ҡаршы агрессив кәйефле милләтселәрҙең бронетехника, авиация ҡулланыу ҡурҡынысы тыуыуы ла Путинды борсоно. “Бөтөнләй аҡылдан яҙғандар: пушкалар, танктар, бронетранспортерҙар туплайҙар. Кемгә ҡаршы?”
Украинаның көрсөктән сығыу юлын Путин көньяҡ-көнсығыш төбәктәрҙә йәшәгәндәрҙең үҙҙәре хәл итергә тейешлегенә баҫым яһаны. “Шул уҡ ваҡытта урыҫ һәм урыҫ телле халыҡ үҙҙәрен икенсе сортлы граждан итеп тоймаһын өсөн шарттар тыуҙырылырға тейеш”, — тине.
Рәсәй Президенты тарихҡа ла иғтибар итте. “Харьков, Луганск, Донецк, Херсон, Николаев, Одессаның батша заманында Украинаға ҡарамағанлығын да иҫкә төшөрәм. Ул — Новороссия. Бөтә был биләмәләр совет власы тарафынан 1920 йылдарҙа Украинаға бирелгән. Ни өсөн улар шулай эшләгәндер, Алла белә”.
“Тура бәйләнеш”тең тәүге телекүпере Севастополь менән булды. Путин урындағы халыҡҡа бөтә ауырлыҡтың ваҡытлыса икәнен әйтте. Башҡа төбәктәрҙә йәшәгәндәргә Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы ауырлыҡ килтермәйәсәк, ә сығымдар резерв фондтан алынасаҡ, тип белдерҙе.
Днестр буйы тураһында ла һорауҙар булды. Әлегә тиклем танылмаған республиканың Рәсәйгә тартылыуын ул Советтар Союзы емерелеүенән ҡалған оло проблемаға иҫәпләне. “Алясканы Рәсәйгә ҡайтарыу мөмкинме-юҡмы?” тигән һорау ҙа ишетелде. Ил башлығы, йылмайып: “Ниңә һеҙгә Аляска? Унда ла һыуыҡ. Әйҙә, ҡыҙмайыҡ, яраймы?” — тине. Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына, Украиналағы хәлдәргә ҡағылышлы фекерҙәр беленгәс, “еңелсә” һорауҙар китте.
“Әгәр һеҙ Президент булмаһағыҙ, Рәсәйҙең ҡайһы төбәгендә йәшәргә теләр инегеҙ?” — тигәнгә Путин: “Әлбиттә, Петербургта, мин бит унда тыуҙым”, — тип яуапланы. Алты йәшлек Альбина ошондай һорау бирҙе: “Әгәр ҙә һеҙ батып барһағыҙ, Обама ҡотҡарыр инеме?” “Бындай хәлдең минең менән булыуын теләмәйем. Шулай ҙа, дәүләт-ара бәйләнештәрҙән тыш, шәхси мөнәсәбәттәр ҙә бар бит әле. Обама — ҡаһарман кеше, ул быны эшләр ине”, — тине Президент.
“Һеҙҙең яратҡан кино геройығыҙ кем?” тигәнгә, Путин Чапаевты атаны. Әлбиттә, 3 сәғәт тә 54 минут барған “тура бәйләнеш”тә һөйләшеүҙең барыһын да яҙып бөтөп булмай. Шулай ҙа ил башлығының тәүәккәл, һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булыуын һәм дә юморҙы аңлай белеүен Рәсәй халҡы күрҙе-ишетте. Иң мөһиме — Рәсәйҙең донъяла үҙ урыны барлығына, көс-ҡеүәтенә ышанды.


Вернуться назад