Владимир Путин — тура эфирҙа18.04.2014
Владимир Путин — тура эфирҙа
Кисә Рәсәй Президенты тура эфирҙа илебеҙ халҡының һорауҙарына яуап бирҙе. Йыл һайын ойошторолған “Владимир Путин менән тура бәйләнеш” махсус программаһы “Беренсе”, “Рәсәй 1”, “Рәсәй 24” телеканалдары, “Маяҡ”, “Хәбәрҙәр ҒМ” һәм “Рәсәй радиоһы” радиостанциялары аша тапшырыла.

Ватандаштары менән аралашыу барышында дәүләт башлығы илдең ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошона, шулай уҡ халыҡ-ара хәлгә ҡағылған һорауҙарға яуап бирҙе. Студияға саҡырылған ҡунаҡтарҙың ғына түгел, хәбәрҙәрҙе берҙәм эшкәртеү үҙәгенә шылтыратҡан, SMS, шулай уҡ ҡыҫҡа видеояҙма ебәргән кешеләрҙең дә мөрәжәғәте иғтибарһыҙ ҡалманы. Программаның сайтына ингәндәр ҙә үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса Рәсәй Президентының фекерен белде.
Һорауҙар аҙна дауамында тупланғайны. Тура эфир барышында уларҙың иң ҡыҙыҡлыларына һәм көнүҙәктәренә яуап яңғыраны.
“Тура эфир” хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте киләһе һандарҙа уҡырһығыҙ.


Вернуться назад