Сәйәси золом ҡорбандарының, уларҙың яҡындарының башынан үткәндәрҙе хәтерләһәң, иҫ китерлек.
Илеш районының Иҫке Дөмәй ауылында Ғарифйән Шәрифуллиндың ғаиләһе йәшәгән. Урта хәлле крәҫтиән Ғарифйән Шәрифйән улы указлы мулла булған. Ғаиләлә өс ул — Камил, Мөхәрир, Мират үҫә. Ҡатыны Хәнифә бала ҡарай, өй эштәре менән мәшғүл була, колхозға ла ярҙамлаша. Хужа үҙе лә колхозға инә, ләкин башҡаларҙан етешерәк йәшәгән өсөн 1929 йылда ғаиләне өйҙән ҡыуып сығаралар һәм бөтә әйберҙәрен һаталар. Шәрифуллиндар Туймазы районына килеп урынлаша. Ауырлыҡ менән бәләкәй генә өй һалып инәләр. Ҡыҙҙары Мөнирә тыуғанда хужа Беломор—Балтик каналын төҙөргә ебәрелгән була.
Ғаилә башлығы һөргөндә саҡта Хәнифә дүрт баланы яңғыҙ тәрбиәләй. Нисек кенә ауыр булмаһын, балалар бәләкәйҙән әсәгә ярҙамлаша, колхоз эшендә ҡатнаша. Аталары хөкөм ителгәнлектән, уҡырға керә алмағас, оло улы Камил фамилияһын алмаштыра һәм туған тейеш кешеләрҙә йәшәп уҡырға инә. Белем алғандан һуң кире үҙ фамилияһына күсә. Бөйөк Ватан һуғышында разведчик булып хеҙмәт итә. Яраланып ҡайтып, хаҡлы ялға ла сығып өлгөрмәй, яҡты донъянан китеп бара.
Тағы бер миҫал. Инйәр ҡасабаһында йәшәгән золом ҡорбаны ҡыҙы Зәйтүнә Камалетдинованың олатаһы Әсәт Татарстандың Ҡаҙанбаш губернаһындағы бер байҙа бил бөгә. Тырышып эшләгәне өсөн һыйыр, ат һәм аҡса алғас, эш эҙләп, Белорет районына килә. Өй һатып ала, мал-тыуарын ишәйтә. Тиҙ арала хәлләнеп китә. Ғаилә ҡора. Балалары күп булһа ла, өсәүһе генә иҫән ҡала: Ғәлимә, Мөжип һәм Зәйнәп.
Утыҙынсы йылдарҙа репрессиялар башлана. Ғаиләне өйөнән ҡыуып сығаралар, ә 1932 йылдың октябрь айында хужаны ҡулға алып, Өфөгә алып китәләр. Бәхеткә күрә, Мәскәүҙән ниндәйҙер бер комиссия килә. Тикшереүселәр 76 йәшлек Әсәтте күреп, көлә-көлә: “Бабай, һин бында нимә эшләйһең?” — тип һорай һәм 1933 йылдың мартында ҡулына белешмә тоттороп ҡайтара. Башҡортостандан ситкә сығып китергә ҡушалар. Ул талапты үтәмәй, Инйәрҙә ҡала. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тырышып эшләй һәм тағы ла мал йыя. 1935 йылда йәнә бөтә мөлкәтен тартып алалар.
Был ваҡытта улы Мөжипкә 16 йәш була. Һуғыш башланғас, уны бронь буйынса тылда ҡалдыралар.
— Атаһынан кәмәләр яһарға өйрәнгән ул. Кәмә булмаһа, ағас тейешле урынға барып етмәй, күмер ҙә булмай. Күмерһеҙ Белорет металы ла юҡ тигән һүҙ. Һуғыш ваҡытында ул алыштырғыһыҙ эшсе була, — ти ҡыҙы Зәйтүнә. — Атайым яҙмышы өсөн бер кемде лә ҡәһәрләмәне. Эскелек һәм тәмәке менән мауыҡманы. Бик күп миҙалдары, Маҡтау ҡағыҙҙары бар, Инйәр леспромхозының Маҡтау китабына ла индерелгән ул.
Зәйтүнә апай һөйләүенсә, уның икенсе олатаһы Камалетдин Хәлитов 1870 йылда Ғафури районының Яңғыҙҡайын ауылында тыуған. Өләсәһе — Ғафури районының Үтәк ауылынан. Икеһе лә етем. Үҙҙәренең тырышлығы, эш һөйөүе менән ас-яланғас йәшәмәйҙәр.
“Камалетдин олатай Яңғыҙҡайында бик матур йорт һалған. Хәлитовтарҙы ҡулға алғандан һуң өйҙән ҡыуып сығаралар, уны һаталар. Камалетдин һәм Миңзифаны дүрт балаһы менән (Хәйбулла, Шәһиҙә, Сажиҙә, Мөхәмәт) 1931 йылда Белорет районына ҡыуалар. 1940 йылдың 13 ғинуарында Көҙйылғаға ебәрәләр. Үҙҙәре менән бер ни ҙә алырға ҡушылмай. Был инде кешеләрҙе үлемгә оҙатыуға бәрәбәр була. Һөргөндә кешеләр күпләп ҡырыла. Уларҙы көҙҙән ҡаҙылған оҙон соҡорға ҡалдырып киткәндәр, ер ирегәс кенә күмгәндәр. Барактарҙы ҡулға алыныусылар үҙҙәре төҙөгән. Һәр бүлмәлә икешәр ғаилә йәшәгән, сөнки урын етешмәгән (Көҙйылғала әле лә бер нисә барак һаҡланып ҡалған). Коменданттың рөхсәтенән тыш бер ҡайҙа йөрөргә ярамаған. Тәртип боҙоусыларҙы “каталажка” көткән.
Камалетдин олатай 72 йәшендә лә урман ҡырҡа. Уларҙың эш ҡоралы — балта ла бәләкәй генә бысҡы. Олатай ошо бысҡы менән дә стахановсы булып киткән. Аҙаҡ 14 йыл буйы түшәктән тора алмай сирләгән. Миңзифа өләсәй уны яҡшылап тәрбиәләгән.
Камалетдин олатайҙың балалары оҙон ғүмерле булды. Һәр береһе йөҙ йәшкә тиерлек етте. Шәһиҙә бөтә ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышланы. Сажиҙә, балалары үҫкәс, Инйәр леспромхозы эшселәренә тәмле икмәк бешерҙе”, — тип хәтерләй Зәйтүнә апай.
Бына шундай хәтәр заманды кисерергә яҙған халҡыма.
Нурулла МИҺРАНОВ,
“Башҡортостан”дың
штаттан тыш хәбәрсеһе.