Башҡортостанға рәсми эш сәфәре менән Марокко Короллеге делегацияһы килде. Улар кисә Республика йортонда Президент Рөстәм Хәмитов менән күреште.
Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаѕары Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр советы рәйесе Вячеслав Пятков, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров һәм башҡалар ҡатнашты. Марокко яғынан да абруйлы ҡунаҡтар булды. Улар – Ғәли йәнәптәре Марокко Короленең Рәсәй Федерацияһындағы илсеһе Әбделҡадир Лешехеб, Рәсәйҙәге Марокко илселегенең социаль һәм студенттар мәсьәләләре буйынса атташеһы Хассан Кариб, Өфөләге “Дар Аль Магриб” Марокко Короллеге һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм дуѕлыҡ йорто генераль директоры Хамид Гизела һәм башҡалар.
Рөстәм Зәки улы, ҡунаҡтарҙы сәләмләп, Башҡортостандың хәле, иҡтисади мөмкинлектәре, төбәккә йәлеп ителгән инвестиция проекттары тураһында һөйләне.
– Беҙ хеҙмәттәшлекте нығытыуға ҡуш ҡуллап риза. Марокко Короллеге эшҡыуарҙары менән килешеү төҙөргә әҙербеҙ. Башҡортостандың тәҡдим итер тауарҙары һәм хеҙмәттәре бихисап, шулай уҡ һеҙҙең илдә етештерелгән тауарҙар ҡыҙыҡлы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әле гуманитар өлкәләге хеҙмәттәшлек үѕешә. Студенттар менән алмашыу бара. Беҙҙең юғары уҡыу йорттарына Марокко студенттарын тағы ла күберәк ҡабул итергә әҙербеҙ.
Илсе Әбделҡадир Лешехеб әйтеүенсә, ул Өфөгә икенсе тапҡыр килә.
– Ике йыл самаһы элек эшлекле сәфәрҙә булғайным. Ошо арала һеҙҙәге ҙур үҙгәрештәр күҙгә ташлана. Бар йүнәлештә лә үѕеш бар, йорттар әүҙем төҙөлә. Һеҙ һәр ваҡыттағыса бик йылы ҡабул иттегеҙ, рәхмәт, – тине ул.
Ҡунаҡтар белдереүенсә, улар хеҙмәттәшлектең һәр төрөнә лә әҙер. Һөйләшеү һуңында Башҡортостан делегацияһын Марокко Короллегенә килергә, уларҙың мөмкинлектәрен үҙ күҙҙәре менән күрергә саҡырҙылар. Был тәҡдим хуплап ҡабул ителде.