Килешеү үтәлмәй ҡалырмы?15.04.2014
Килешеү үтәлмәй ҡалырмы?
НАТО менән Рәсәй араһындағы хәрби хеҙмәттәшлек өҙөлдө. Украинаның көнсығышындағы халыҡ ихтилалға күтәрелде, был төбәктә көсөргәнешлек хөкөм һөрә.


Рәсәй ҡоралы ҡурҡыта

НАТО-ның Генераль секретары Андерс Фог Расмуссен 1 апрелдән Рәсәй менән хәрби хеҙмәттәшлек бөтөрөлөүен иғлан итте. Һөҙөмтәлә илебеҙҙең уларҙағы даими вәкиле, генерал-полковник Валерий Евневич ҡайтарылды.
Билдәле булыуынса, Рәсәй НАТО менән уҙған быуаттың 90-сы йылдары аҙағында бәйләнеш тота башлағайны. Беҙҙең илселәр уларҙың хәрби базаларына иркен инеп йөрөү хоҡуғын алды. “Һалҡын һуғыш” йылдарында был мөмкин булмаған эш тип иҫәпләнде. СССР тарҡалғас, НАТО Европала көнсығышҡа табан киңәйеү мөмкинлеген алды. Ул сағында Рәсәй етәкселеге быға әллә ни ҙур иғтибар ҙа бирмәне шикелле. Етәкселеккә Владимир Путин килгәс кенә илдең милли хәүефһеҙлегенә әһәмиәт артты. Әле Рәсәй армияһы уҙған быуаттың 90-сы йылдары уртаһындағы ише көсһөҙ булһа, НАТО, һөйләшеп тә тормайынса, беҙгә баҫып инер ине. Әле иһә улар илебеҙҙең хәрби көсөн танырға мәжбүр. Андерс Фог Расмуссен белдереүенсә, Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәрҙе модернизациялауға иғтибар йүнәлтеүе отошло булды. Эйе, һуңғы ваҡытта оборонаға аҡса йәлләнмәне. Әйтәйек, аҙаҡҡы ун йылда был маҡсатҡа Рәсәй тулайым эске продукттың 4,5 процентын йүнәлткән. Европа илдәре менән сағыштырғанда, был күрһәткес Францияла — 1,9, Данияла — 1,4, Германияла — 1,3, Испанияла 0,9 процент тәшкил итә.
Бер яҡтан ҡарағанда, НАТО етәкселегенең борсолоуы урынлы. Ни өсөн тигәндә, уларҙың финанс сығымдарының 75 процентын АҠШ ҡаплата. Ә Европа илдәре финанслауҙы йылдан-йыл кәметә. Шул уҡ ваҡытта улар Төньяҡ альянста тулы хоҡуҡлы ағза булып тора. НАТО өсөн күп аҡса түккән АҠШ был хәрби берләшмәне үҙенә кәрәк саҡта “ҡурсаҡ урынына уйната”. Косово, Ливиялағы һуғыштар мәлендә быны асыҡ күрҙек. НАТО башҡа хәрби низағтарға ла ҡыҫылырға әҙер тора. Әле килеп, Украинаның көнсығышындағы хәлдәр өсөн Рәсәйҙе ғәйепләй, нисек тә һуғыш асырға тырыша.
Ошондай шарттарҙа СНВ-III килешеүенең үтәлмәүе лә ихтимал. Билдәле булыуынса, ядро ҡоралын кәметеү тураһындағы был документҡа Рәсәйҙең ул саҡтағы башлығы Дмитрий Медведев менән АҠШ президенты Барак Обама 2010 йылдың 8 апрелендә ҡул ҡуйғайны. Ун йылға иҫәпләнгән килешеү 2011 йылдың 5 ғинуарында көсөнә инде. Тимәк, Рәсәй менән АҠШ 2021 йылға тиклем үҙендәге ядро арсеналын икеләтә тиерлек ҡыҫҡартырға тейеш. Бөгөн килеп, алда әйтеп үтеүемсә, илебеҙ менән НАТО үҙ-ара хеҙмәттәшлекте өҙгән мәлдә, был килешеүҙең “ҡағыҙ киҫәге” генә булып ҡалыуы ихтимал. Хәл-ваҡиға ошондай боролош алһа, ике яҡ та “һалҡын һуғыш” йылдарындағы кеүек ҡыҙыу ҡораллана башлаясаҡ. Яңы иҡтисади күтәрелеш юлындағы Рәсәй өсөн был кире упҡынға тәгәрәү менән бер буласаҡ. Ил бюджетының күп өлөшөн ҡоралға йүнәлткән осраҡта, социаль мәсьәләләр өсөн аҡса аҙ ҡалыры билдәле. Хәйер, Рәсәй иҡтисадына әле үк түбәнгә тәгәрәү янай, сөнки АҠШ менән Европа союзы төрлө санкциялар ҡабул итте, һәм бындай сикләүҙәр эҙһеҙ үтмәйәсәк. Унан килеп, ЕС илдәре Рәсәй газын ҡулланыуҙы сикләү, альтернатива табыу хаҡында һүҙ алып бара. Әлбиттә, ундай алымдарҙың тиҙ генә бойомға ашмаҫы билдәле: бының өсөн башта нигеҙ булдырырға кәрәк. Әле илебеҙҙең газы Украина биләмәһе аша Европаның 18 иленә таратыла. Украина иһә бының өсөн Рәсәй менән иҫәпләшергә йыйынмай, һөҙөмтәлә уларҙың бурысы ике миллиард долларҙан артып китте. Ил Президенты газ өсөн һәр айҙың 7-се көнөнә тиклем иҫәпләшеүҙе талап итә, кире осраҡта ҡаты сара күреләсәк.
Рәсәй газын һатыуҙы ла тиҙ арала ғына сикләй алмаясаҡтар. “Газпром” акционерҙар йәмғиәте акцияларының 50 проценты — сит ил эшҡыуарҙарында, тимәк, сикләүҙән улар ҙа зыян күрәсәк бит.

Йәнәһе, “Ҡырым сценарийы” буласаҡ...

Украинала һаман да тыныслыҡ урынлашмай, киреһенсә, көсөргәнеш арта ғына. Илдең көнсығыш төбәгендә йәшәгән башлыса урыҫ телле халыҡ федерализм өсөн Киевтың бөгөнгө власына ҡаршы сыҡты. Донецк өлкәһендә хәл айырыуса көсөргәнешле. Славянск, Мариуполь, Енакиево, Дружков ҡалалары халҡы урындағы советты һәм милиция бүлеген баҫып алды. Әйтергә кәрәк, бындағы хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа ҡаршы сыҡмаған, баш күтәреүселәргә үҙе теләп бирелгән.
Луганск өлкәһендә лә тормош тыныс түгел: баш күтәреүселәр төбәктә референдум уҙғарыуҙы талап итә. Юғары Рада тарафынан президент вазифаһына тәғәйенләнгән Александр Турчинов илдең көнсығышында “террорға ҡаршы” махсус операция башланасағын белдерҙе. Халыҡҡа ҡарата хәрби көс ысынлап та ҡулланылһа, граждандар һуғышы булыры көн кеүек асыҡ. Майҙандыҡылар менән федерализм яҡлылар араһындағы бәрелештә әле үк ҡорбандар бар. АҠШ һәм ЕС илдәре етәкселәре илдең көнсығышында ғауға ҡубыуҙа беҙҙең илде ғәйепләй. Йәнәһе, Рәсәй был төбәктә лә “Ҡырым сценарийы” буйынса эш итергә ниәтләй. Әле унда халыҡ-ара күҙәтселәр килде. Ни тиерҙәр — ваҡыт күрһәтер.


Вернуться назад