Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитеты ултырышында алданған өлөшсөләрҙең хоҡуғын яҡлау саралары тикшерелде.
2011 йылда төҙөүселәрҙең йөкләмәләрҙе үтәмәүе һөҙөмтәһендә ауыр хәлдә ҡалған кешеләрҙең проблемаларын көйләү йәһәтенән сара күрелгәйне. Шуларҙың береһе — 2011 йылдың 3 мартында ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһы территорияһында төҙөүселәрҙең (заказсыларҙың) күп фатирлы йорттар һалыу буйынса йөкләмәләрен үтәмәүе һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау саралары тураһында”ғы республика Законы. Уға ярашлы, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты аҡсаһын төҙөлөшкә һалған кешеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау йәһәтенән байтаҡ эш башҡарҙы.
— Намыҫһыҙ төҙөүселәр арҡаһында зыян күргән граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса ведомство-ара комиссия 2011 йылдың 15 апрелендә Башҡортостанда төҙөлөшө туҡтап ҡалған йорттарҙың йыйылма исемлеген раҫланы. 27 объектҡа “проблемалы” тигән мөһөр һуғылды, — тине комитет рәйесе вазифаһын башҡарыусы Николай Гавва.
Өлөшсөләр күпләп аҡса һалған йорттарҙы сафҡа индерергә тигән күрһәтмә бирелде. Былтыр үрҙә әйтелгән законға үҙгәрештәр индерелде.
“Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Законда ла байтаҡ үҙгәреш бар. Алданған өлөшсөләргә булышлыҡ итеү йәһәтенән күргән саралар 2011 йылдан алып 23 объект буйынса мәсьәләне яйға һалыу мөмкинлеген бирҙе. Ҡайһы бер объекттарҙың төҙөүсеһе алмаштырылды. Быйыл “проблемалы”лар исемлегендә ҡалған дүрт объектты төҙөүҙе тамамлау күҙаллана. Һөҙөмтәлә 502 кеше фатирлы буласаҡ.