Ил башлығына һорауыңды бир12.04.2014
17 апрелдә Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә “Беренсе”, “Рәсәй 1”, “Рәсәй 24” телеканалдарында, “Маяҡ”, “Хәбәрҙәр ҒМ” һәм “Рәсәй радиоһы” радиостанцияларында йыл һайын уҙғарылған “Владимир Путин менән тура бәйләнеш” махсус программаһы эфирға сыға, тип хәбәр итте дәүләт башлығының матбуғат хеҙмәте.

Владимир Путин Рәсәй халҡы менән аралашып, илдең ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошона, халыҡ-ара хәлгә ҡағылған һорауҙарға яуап бирә. Программа студияһына саҡырылған ҡунаҡтар ғына түгел, шулай уҡ Берҙәм белдереүҙәр эшкәртеү үҙәгенә шылтыратҡан йәки SMS-хәбәр, ҡыҫҡа видеоһорау ебәргән граждандар Рәсәй Президенты менән аралаша аласаҡ. Программаның www.moskva-putinu.ru сайтына инеп, борсоған тема буйынса ил башлығының фекере менән ҡыҙыҡһынырға мөмкин. Һорауҙар бер аҙна эсендә туплана.
Берҙәм белдереүҙәр эшкәртеү үҙәгенә һәм сайтҡа килгән иң ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк һорауҙар тура эфир барышында Владимир Путинға биреләсәк.
Белдереүҙәрҙе эшкәртеү үҙәгенең эше 10 апрелдә көндөҙгө сәғәт 12-лә башланып, тапшырыу тамамланғанға тиклем дауам итә. Илебеҙҙең һәр төбәгенән унда 8-800-200-40-40 телефоны аша шылтыратырға мөмкин. Ҡала һәм кеҫә телефондарынан шылтыратыу бушлай. Интернет аша һорауҙы www.moskva-putinu.ru йәки www.москва-путину.рф сайтына ебәрергә була. Быйыл тәүге тапҡыр Президентҡа ҡыҫҡа видеомөрәжәғәт йәки кеҫә телефондары өсөн махсус ҡушымта ярҙамында мөрәжәғәт итергә мөмкин. SМS-хәбәр рәүешендәге һорауҙар 0-40-40 номерына ҡабул ителә. Хәбәр ебәргән өсөн түләү юҡ. Һорауҙы урыҫ телендә генә бирергә кәрәк. Уның күләме 70 билдәнән артмаҫҡа тейеш.


Вернуться назад