Юрист кәңәштәре11.04.2014
Хаҡы «тешләшмәй», әммә...
Күптән түгел баҙарҙа тотонолған машина күрҙем. Хаҡы «тешләшмәй», әммә документтары юҡ. Әгәр уны һатып алһам, ЮХХДИ-ла теркәтеп булырмы икән?
Айгиз.
Әбйәлил районы.

Мин һеҙҙең урында бер ниндәй документы булмаған автомобилде һатып алырға ашыҡмаҫ инем. Машинаның хужаһы ғына уны иҫәпкә ҡуйҙырыу хоҡуғына эйә. Ә һеҙ техник сараның үҙегеҙҙең милкегеҙ икәнлеген иҫбатлай алмаясаҡһығыҙ, тимәк, рәхәтләнеп елдереү тәтемәйәсәк. Шуға шикле техникаға аҡса әрәм итеүҙән фәтүә юҡ, тип уйлайым.

Уҡытыу хоҡуғын юғалтҡан
Ҡустымдың мәктәптә бала ҡарау буйынса ялдағы ҡатын урынына договор нигеҙендә уҡытып тороуын һорағайнылар. Күптән түгел, туғаным сирләп ятҡанда, элекке хеҙмәткәрҙең декреттан сығыуы тураһында хәбәр иткәндәр, шуға эш урынын бушатырға ҡушҡандар. Был хәлдең законға ярашлылығы шикләндерә.
Зөһрә.
Бөрө районы.

Эйе, тәү ҡарамаҡҡа һеҙ хаҡлы кеүек. Ысынлап та, етәксе «больничный»ҙағы хеҙмәткәрҙе эштән ебәрә алмай. Әммә был үрҙә әйтелгән осраҡҡа ҡағылмай, сөнки туғанығыҙ договорҙың ғәмәлдән сығыуы һөҙөмтәһендә мәктәптә артабан уҡытыу хоҡуғын юғалта. Ә дауаланған ваҡыт өсөн аҡса түләнергә тейеш.

«Васыятнамә миңә яҙылмаған»
Һуңғы биш йылда атайым ҡаты сирләне: инсульттан һуң фалиж һуҡты, хатта бер аяғын киҫтеләр. Аҙаҡ уға I группа инвалидлыҡ бирелде. Ҡәҙерле кешемә опеканы юллағайным. Һуңғараҡ ул юридик хоҡуҡҡа эйә түгел тип танылды. Атайым үлгәндән һуң васыятнамәнең сит илдә йәшәгән бер ҡатынға яҙылыуы хаҡында белдем. Ә ул кеше егерме йылдан ашыу республикала ғына түгел, хатта Башҡортостанда йәшәмәй. Мин иһә атайымды ауыр минуттарында яңғыҙ ҡалдырманым, тәрбиәләнем. Быға шаһиттар бар. Судта васыятнамәне юҡҡа сығара аламмы икән?
Ирина.
Белорет ҡалаһы.

Һеҙгә, ысынлап та, судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Етмәһә, атайығыҙҙың юридик яҡтан һәләтһеҙлеге, йәғни үҙ ихтыяры менән гражданлыҡ хоҡуҡтарын тормошҡа ашыра алмағанлығы хаҡында яҙғанһығыҙ. Әгәр атайығыҙ тап ошо ваҡытта васыятнамәгә ҡул ҡуйған булһа, һеҙҙең судта был документты юҡҡа сығарыу мөмкинлегегеҙ арта. Әгәр васыятнамә ғәзиз кешегеҙ имен-һау ваҡытта төҙөлгән икән, суд ҡарарының һеҙҙең файҙаға буласағы бик икеле.


Вернуться назад