Мәғариф тармағының бер ваҡытта ла иғтибар үҙәгенән төшкәне юҡ. Белем биреүгә ҡағылышлы үҙгәрештәр, яңы закон һорауҙарҙы тағы ла күбәйтте. Ошоно күҙ уңында тотоп, редакцияла сираттағы мәртәбә республиканың мәғариф министры Әлфис Суфиян улы ҒАЯЗОВ менән “тура бәйләнеш” ойошторорға булдыҡ.
Былтыр ҡабул ителгән мәғариф тураһындағы яңы закондағы пункттар урындарҙа тейешенсә тормошҡа ашырыламы? Берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороу, үткәреү шарттары менән ризаһығыҙмы? Балағыҙ мәктәптә нисек туҡлана? Ата-әсә уҡыу йорто эшмәкәрлегендә яҡындан ҡатнашыу мөмкинлегенә эйәме? Балалар баҡсаһына сират ҡағиҙәләренә ҡарашығыҙ нисек? Тәртип боҙоу осраҡтары күҙәтеләме? Юғары уҡыу йортона ҡабул итеү шарттарын беләһегеҙме? Үҙегеҙҙе борсоған ошо һәм башҡа һорауҙарҙы республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязовҡа 21 апрелдә сәғәт 2-нән 4-се яртыға тиклем 272-75-30, 272-05-43 телефондарына шылтыратып бирә алаһығыҙ. Хәбәрҙәрҙе хәҙерҙән үк гәзиттең электрон почтаһына (
[email protected]) яҙып ебәрергә, шулай уҡ 272-35-11 телефонынан әйтергә лә мөмкин.