Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Нуриман районы ауылдарында булды. Республика башлығы урындағы предприятиеларҙың етештереү эшмәкәрлеге менән танышты, шулай уҡ социаль инфраструктура объекттарын тикшерҙе.
“Тирәкле” крәҫтиән (фермер) хужалығында Рөстәм Хәмитов һарыҡсылыҡ фермаларын ҡарап сыҡты, финанс хәлдәре менән ҡыҙыҡһынды. Предприятиела малсылыҡ менән шөғөлләнәләр, йылҡы, кәзә, һарыҡ үрсетәләр. Бында бөтәһе ике меңдән ашыу мал иҫәпләнә. Һуңғы йылдарҙа комплексты ойоштороуға 24 миллион һум күләмендә инвестиция һалынған. Әммә аграрийҙар етештереүҙе киңәйтеү өсөн кредит алыуҙағы ҡыйынлыҡтарға зарланды.
“Беҙ һеҙҙең уңышлы эшләп китеүегеҙ яҡлыбыҙ”, — тине Рөстәм Хәмитов һәм ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн һарыҡ ите етештереүҙе киңәйтеү мөмкинлектәрен ҡарарға тәҡдим итте.
Саруа ауылындағы “Саруа плюс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте предприятиеһында Рөстәм Хәмитов минераль һыу һәм хуш еҫле эсемлектәр ҡойоу цехын ҡарап сыҡты. 2011 йылда предприятие 5,4 миллион һумлыҡ продукция һатҡан. Шешәләргә тултырылған шишмә һыуы бәләкәй магазиндарҙа ла, ҙур ритейлор селтәрҙәрендә лә һатыла. Республика Президенты шишмә скважинаһындағы дебет менән ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, ул сәғәтенә 3600 кубометр тәшкил итә. Был иһә предприятиеға етештереү күләмен арттырыу мөмкинлеген бирә.
Первомайск ауылында Рөстәм Хәмитов 60-лап бала уҡыған урта мәктәптә булды. 1956 йылда һалынған уҡыу йортоноң ағас бинаһы иҫкергән. Учреждениела уртаса эш хаҡы 15 мең һум самаһы тәшкил итә.
Первомайскиҙа Башҡортостан Президенты “Уралрегионпродукт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ағас күмер, ағас материалдар, яғыулыҡ һәм брикет етештереү буйынса сәнәғәт линияһы төҙөү барышы менән танышты. Проект 2015 йылға тиклем тормошҡа ашырыласаҡ, капитал һалыу күләме 150 миллион һум тәшкил итәсәк. Предприятиела ауыл халҡы өсөн яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.
* * *
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Нуриман районындағы “Павловка паркы” тау саңғыһы үҙәгендә һәүәҫкәрҙәр һәм ветерандар араһында тау саңғыһы һәм сноуборды буйынса Башҡортостан кубогы ярыштарын асыу тантанаһында сығыш яһаны.
Ярыштарҙа тау саңғыһы спорты һәм сноуборд һәүәҫкәрҙәре ҡатнашты. Уларҙың киләһе этаптары “Ҡандракүл” (Туймазы), Өйәҙетау (Октябрьский), Аҡйорт (Өфө), Морат (Белорет), “Олимпик-парк” (Өфө) тау саңғыһы комплексында уҙғарыласаҡ.
— Һеҙҙе бөгөнгө ярыштың асылыуы менән ҡотлайым, — тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов. — Былтырғы тау саңғыһы спорты һәүәҫкәрҙәре лигаһының тәүге ярышы уңышлы үтте. Беҙҙең хаҡта республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә ишеткәндәр. Барыбыҙҙы ла тау саңғыһына, сноубордҡа, әүҙем ялға һөйөү берләштерә. Беҙҙең лига дауам итер, яҡшы һөҙөмтәләр бирер, оҙаҡ йылдар бергәләп шыуа, аралаша алырбыҙ тип уйлайым.
Башҡортостан Президенты әйтеүенсә, “Павловка паркы”ндағы тау битләүҙәре яҡшы, ҡайһы бер трассаларҙа ул үҙе лә шыуып ҡараған.
— Тау саңғыһы спортының үҫешенә килгәндә, Стәрлетамаҡта һәм Белореттағы тау саңғыһы үҙәктәрен тергеҙербеҙ тип ышанам. Эшләп килгән тау саңғыһы курорттарына иғтибарҙың кәрәге юҡ. Быйылдан башлап Стәрлетамаҡта яһалма ҡар менән ҡаплау эшен башлаясаҡбыҙ. Белоретта ла төньяҡ һәм көньяҡ битләүҙәрҙе тәртипкә килтерәсәкбеҙ, — тине республика башлығы.
Т. РӘХМӘТУЛЛИН.