Украина менән Башҡортостанды күптәнге һәм тотороҡло иҡтисади, фәнни-техник, мәҙәни мөнәсәбәттәр бәйләй. Украиндар хаҡындағы тәүге мәғлүмәттәр хәҙерге республикабыҙ биләмәһендә ХVII быуат башында теркәлгән. ХIХ быуат аҙағы — ХХ быуат башында украиндар башҡорт еренә күпләп күсә.
Һуңғы ваҡытта Украиналағы хәл-ваҡиғалар унда йәшәүсе халыҡтарҙы ғына түгел, ә бөтә донъя йәмәғәтселеген битараф ҡалдырманы. Неофашистарҙың Украинала ҡылған вәхшилектәре бар украин халҡының йөҙөн күрһәтмәй, уларҙың уй-теләге бөгөн дә нацистарҙың идеологияһына тап килмәй, сөнки фашизмдың нимә икәнлеген киноларҙан ҡарап ҡына түгел, ә үҙ йөрәктәре аша үткәргәндәр. Ысын украин халҡы элек-электән дуҫлыҡҡа, тыныслыҡҡа ынтылды. Башҡорт менән украин халҡын бер-береһенә туғанлыҡ, дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Был бәйләнеш айырыуса әҙәбиәт өлкәһендә асыҡ сағылыш тапты.
Ә инде 1921 йылғы аслыҡ ваҡытында, Башҡортостан өсөн ауыр саҡта, украин халҡы етем ҡалған башҡорт балаларын үҙ ҡуйынына һыйындырҙы. Улар араһында буласаҡ халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти ҙә бар ине. Ул ғүмере буйына украин халҡы тураһында яҡты иҫтәлек һаҡланы, Украинаға арнап матур шиғырҙар яҙҙы:
Украина!
Һиндә ата хаҡы,
Ата хаҡын күрәм йөҙөңдә.
Украина!
Уйҙар таҫмаһына
Һиндә үткән көндәр теҙелгән... Украиндар, урыҫтар менән бергә башҡорт халҡының батыр улдары ла Украинаны фашизмдан азат итеүҙә ҡатнашты, немецтарҙы ҡыуалап иң беренсе булып тап башҡорт кавалерия дивизияһы барып инде. Ҡәрҙәштәребеҙҙең тыуған ерен азат итеүҙә 20 башҡорт яҙыусыһы ҡатнашты. Әнүәр Бикчәнтәев, Хәниф Кәрим, Хәким Ғиләжев, Ҡадир Даян, Ғилемдар Рамазанов, Мостай Кәрим, Шәриф Бикҡол, Тимер Арыҫлан, Назар Нәжми, Ғабдулла Әхмәтшин, Муса Ғәли, Динис Исламов, Сәләх Кулибайҙар һүҙ менән генә түгел, ҡорал тотоп та һуғышты. Шул йылдарҙа Мостай Кәрим:
Украина! Һине ҡотҡарырға
Мин тупрағын үптем Уралдың, —
тип яҙғайны. Һуңынан Украина темаһы уларҙың ижадында киң сағылыш тапты.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында иһә Башҡортостанға Украинанан йөҙәр меңләп кеше эвакуациялана. Улар араһында 20-нән ашыу фабрика һәм завод, Фәндәр академияһы, Яҙыусылар союзы, әҙәби гәзит һәм журнал редакцияһы, композиторҙар, рәссамдар, Тарас Шевченко исемендәге опера һәм балет театры коллективы була.
"Килгән украиндарҙы урынлаштырғанда, башҡорттар беҙгә туғандарса мөнәсәбәт күрһәтте: һәр бер башҡорт яҙыусыһы украин яҙыусыһын йәки ғаиләһен һыйындырҙы", — тип яҙа һуңыраҡ Петро Панч.
1923—1934 йылдарҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури йәшәгән һәм ижад иткән йортта һуңынан, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, Украинаның Яҙыусылар союзы идараһы менән "Әҙәбиәт һәм сәнғәт" гәзите редакцияһы урынлаша. Уға күренекле драматург Иван Кочерга етәкселек итә. Гәзит биттәрендә яугир яҙыусылар М. Бажан, В. Сосюра, А. Довженко, М. Стельмах һәм башҡалар үҙҙәренең әҫәрҙәрен баҫтыра. 1942 йылдың 17 октябрь һанында Мәжит Ғафуриҙың "Ҡарт батырҙың анты" исемле шиғыры украин телендә Е. Фомин тәржемәһендә донъя күрә. 1943 йылдың 30 июлендә С. Ҡудаш менән Р. Ниғмәти "Дуҫлыҡ" тип аталған публицистик мәҡәлә баҫтыра.
Украина яҙыусылары һуғыш йылдарында Өфөлә "Украина әҙәбиәте" исемле журнал сығара. Бында П. Тычинаның "Дуҫты ерләү" һәм М. Бажандың "Данила Галицкий" поэмалары, А. Корнейчуктың "Фронт" тигән пьесаһы һәм башҡаларҙың шиғырҙары, хикәйәләре, очерктары баҫыла.
Павло Тычина башланғысы менән булдырылған "Фронт һәм тыл" серияһында баҫылып сыҡҡан китаптар бигерәк тә киң тарала. Бында ингән әҫәрҙәрҙең йүнәлешен һәм эстәлеген серияның исеме бик теүәл һәм дөрөҫ билдәләй. "Фронт һәм тыл" серияһында украин яҙыусыларыныҡы менән бер рәттән башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәре лә донъя күрә. Бында С. Ҡудаштың украин телендә сыҡҡан "Әсә һүҙе" йыйынтығын (1942) билдәләргә мөмкин.
Украина әҙиптәре үҙҙәренең шиғырҙарын, мәҡәләләрен шулай уҡ "Ҡыҙыл Башҡортостан", "Красная Башкирия" гәзиттәрендә баҫтыра, унда композиторҙарға, артистарға, рәссамдарға, ғалимдарға ла күп урын бирелә. Украина китап нәшриәте директоры Натан Рыбак күренекле "Ҡорал беҙҙең менән" романын Өфөлә яҙа, ә уның "Башҡортостан ҡояшы" тигән очерктар йыйынтығы халыҡтар дуҫлығы тойғоһо менән һуғарылған.
Күренекле украин шағиры, академик, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Украина Фәндәр академияһының Тел һәм әҙәбиәт институты директоры Павло Тычинаны Башҡортостан менән тығыҙ дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Ул болгарса яҡшы аралаша, әрмән, грузин, төрөк телдәрен белә. Ауыр һуғыш барған мәлдә Павло Тычина ул саҡта әле йәш башҡорт ғалимы Әхнәф Харисов ярҙамында махсус рәүештә башҡорт телен өйрәнеп, халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың әҙәби мираҫына мөрәжәғәт итеп, оригиналда уҡырға өйрәнә. 1942 йылдың мартында Пушкин урамындағы 79-сы йортта урынлашҡан (хәҙер унда мемориаль таҡтаташ ҡуйылған) Украина ССР-ы Фәндәр академияһы Ижтимағи фәндәр институтының ғилми ултырышында "Мәжит Ғафури ижадында патриотизм" тигән доклад менән сығыш яһай. Был хеҙмәт 1942 йылда өс телдә — башҡортса, урыҫса, украинса баҫылып сыға. Ул фронтта һуғышсылар араһында тарала, ә гонорарын автор Оборона фондына күсерә.
Был халыҡ шағирының ижадына беренсе төплө анализ булыу менән бер рәттән, күп милләтле әҙәбиәттә Ғафуриҙың тотҡан урынын да билдәләргә булышлыҡ итте. Ҙур булмаған китап М. Ғафуриҙың 1905 йылдан алып 1934 йылға тиклемге ижадына байҡау яһай. Шуныһы ҡыҙыҡлы: украин һәм урыҫ телендәге тәржемәләр менән бер рәттән, башҡортса текстар һәм шиғырҙар ҙа бирелгән. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Павло Тычинаның был ғилми хеҙмәтен баһалап, уны Почет грамотаһы менән бүләкләй. 1955 йылда ул Киевта украин телендә яңынан баҫыла. Ошо баҫманың бер данаһын П. Тычина автографы менән Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге йорт-музейына бүләк итә. Унда шундай юлдар бар: "Сильно любил и люблю великого духом Мажита Гафури..."
П. Тычина М. Ғафуриҙың шиғырҙарын да украинсаға беренсе булып тәржемә итә. Ә яҙыусы В. Кучер М. Ғафуриҙың "Ҡара йөҙҙәр" повесын украин теленә тәржемәләй. Был әҫәр 1953 йылда 60 мең дана тираж менән донъя күрә.
Гоголь урамындағы 28-се йортта урынлашҡан Мәжит Ғафури музейында тағы ла бер ҡыҙыҡлы документ һаҡлана. Ул — йорт кенәгәһе. Килеп китеүселәр барыһы ла кенәгәгә теркәлгән. Кемдәр генә йәшәмәгән дә кемдәр генә килеп китмәгән был йортҡа (ул ваҡыттарҙа ҡунаҡҡа йәки бер нисә көнгә генә килеүселәрҙе лә теркәп барғандар). Мәжит Ғафуриҙың ғаилә ағзаларынан башланып китә яҙыу. 1935 йылда С. Ҡудаштың ғаиләһе бер нисә бүлмәне биләгән. Уларға ҡунаҡҡа ҡыҙы менән Фәриҙә Ҡудашева ла килеп киткән. Кузеевтың әле М. Ғафури иҫән саҡта, 1933 йылдың 3 авгусында, ә икенсе юлы 1941 йылдың 21 авгусынан 1942 йылдың 20 апреленә тиклем йәшәп китеүе тураһында мәғлүмәт бар. Ә һуғыш йылдарында төкәтмәлә (ул хәҙер яңыртып һалынған) эвакуациялағы күренекле украин яҙыусыһы Петро Панч (Петр Иосифович Панченко) ҡатыны Татьяна Петровна, ҡыҙҙары Ольга һәм Галина менән йәшәй. Ошо йортта Петро Панчтың һөйөклө ҡатыны Татьяна Петровна үпкәһенә һыуыҡ тейҙереп вафат була (ул Өфөлә ерләнгән), ошо йортта уның беренсе ейәне Ярослав донъяға килә.
Республиканың Милли әҙәбиәт музейы фондында "Башҡорт шиғриәте китапханаһы" серияһында сыҡҡан йоҡа ғына китаптар һаҡлана. Шуныһы ҡыҙыҡлы: был серияны 1966 йылда Башҡортостан китап нәшриәте урыҫ телендә баҫтырып сығара башлай, һәм ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури менән башланып китә. Уға баш һүҙҙе Павло Тычина яҙа. 1970 йылда украин телендә 30-ҙан ашыу башҡорт яҙыусыһының әҫәрҙәрен туплаған "Ағиҙел ярҙарынан" йыйынтығы ла беҙгә, музей хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ ҡәҙерле.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа халыҡтар дуҫлығы нығый. Даими рәүештә Башҡортостан һәм Украина әҙәбиәте көндәре уҙғарыла.
Украина халҡының бөгөнгө хәле беҙҙе, музей хеҙмәткәрҙәрен, бик борсой. Беҙ уларға тыныс, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ.
Әлмира ШӘРИПОВА,
Башҡортостан Республикаһы
Милли әҙәбиәт музейының
фонд бүлеге мөдире.