Украинала һаман тыныслыҡ урынлашмай. Революция һулышын тойоп алған халыҡ үҙаллылыҡ даулау менән була. Һуңғы яңылыҡтар Донецк менән Харьков ҡалаларынан килә. Улар ҙа бойондороҡһоҙлоҡ талап итә.
Интернеттағы хәбәрҙәргә ҡарағанда, Харьковта ҡала халҡы һайлаған альтернатив депутаттар ултырыш үткәргән һәм суверенлы дәүләт – Харьков халыҡ республикаһын булдырған. Парламентарийҙар Украина Президенты Виктор Януковичҡа мөрәжәғәт итергә уйлай икән. Шулай уҡ депутаттар Рәсәй Хөкүмәтенән референдумды тыныс шарттарҙа үткәреүҙә ярҙам һорарға йыйына.
Харьковтың үҙәгендә протест митингтары үтә, активистар Украинаны федерациялаштырыу буйынса референдум үткәреүҙе талап итә. Ваҡыт-ваҡыты менән майҙанға Евромайҙан вәкилдәре килеп сыға, был иһә хәлде ҡырҡыулаштырып ҡына ебәрә.
Донецкиҙа ла шул уҡ хәл. Бында шулай уҡ күптән түгел генә бойондороҡһоҙ Донецк халыҡ республикаһы булдырылғайны. Әле депутаттары Рәсәй Президенты Владимир Путиндан тыныслыҡ урынлаштырыу өсөн Рәсәй Армияһы контингентын индереүҙе һорай.
Украина өлөштәргә бүлгеләнгән мәлдә, Рәсәйҙең яңы субъекты – Ҡырым Республикаһы әүҙем ойоштороу эше алып бара, ил закондарына төшөнә, яңыса йәшәргә өйрәнә. Рәсәй төбәктәренән ярымутрауға гуманитар ярҙам килә. Башҡортостандан ебәрелгән йөк тә имен барып еткән. Шулай уҡ Ҡырымда ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаѕары Рәүеф Ноғоманов етәкселегендәге делегация булып ҡайтты.
Сәфәр һөҙөмтәһе буйынса шул билдәле булды: Башҡортостан Ҡырымдың Белогорск районын шефлыҡҡа ала. Республика вәкилдәре ул районда булған, етәкселек һәм предприятие башлыҡтары менән осрашҡан. Белогорск аграр төбәк һанала. Нигеҙҙә, малсылыҡ һәм баҡсасылыҡ менән шөғөлләнәләр. Район емеш-еләк, йәшелсә, тәмәке, һөт, ит, йөн етештерә. Әйткәндәй, ул – Ҡырымдың ҡымыҙ эшләгән берҙән-бер төбәге. Яҡынса 64,4 мең кеше йәшәгән биләмәлә өс һыу һаҡлағыс булыуға ҡарамаѕтан, һыуға бәйле проблемалар ҙа бар.
Район етәкселәре тиҙерәк Рәсәй ҡануниәтен ғәмәлдә ҡабул итһен һәм уның буйынса эшләй башлаһын өсөн Башҡортостан үҙенең белгестәрен ебәреп өйрәтергә, ә үҙҙәрен Өфөлә ҡабул итеп, тәжрибә уртаҡлашырға әҙер.
Рәйсә ҒӘЙФУЛЛИНА, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының төбәк-ара һәм халыҡ-ара бәйләнештәр буйынса бүлек мөдире: – Ҡырымда “Иҙел-Урал” башҡорт мәҙәни үҙәге бар. Уның рәйесе Даларис Имелбаев менән даими бәйләнештәбеҙ. Украинала барлығы биш мең самаһы башҡорт йәшәһә, уның күпселеге – ошо Ҡырым ярымутрауында. Ундағы милләттәштәребеҙ бик әүҙем һәм татыу, ҙур-ҙур саралар ойоштора. Әле республиканан гуманитар ярҙам ебәрелгәнен белгәс тә, улар ситтә ҡалманы. Йөктөң төн уртаһында килеп етеүенә ҡарамаѕтан, делегацияны милли кейемдә, икмәк-тоҙ, йыр-бейеү менән ҡаршы алғандар. Улар Башҡортостан Президентына һәм халҡына бик рәхмәтле. Беҙҙең артистарҙың, Ҡоролтай ағзаларының һәм етәкселәрҙең йышыраҡ килеүен теләйҙәр.