Вилорий Угаровҡа ышаныс күрһәтелде05.04.2014
Вилорий Угаровҡа ышаныс күрһәтелде
Өфө районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу Вилорий Угаровҡа йөкмәтелде.

Элекке хакимиәт башлығы Михаил Давыдовтың вәкәләттәре пенсияға сығыуға бәйле туҡтатылды. Ул һөҙөмтәле эш өсөн барыһына ла рәхмәт әйтте, Өфө районында белгестәр һәм фекерҙәштәрҙең ныҡлы, татыу командаһы тупланған, тип билдәләне.
Вилорий Угаров хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә станоктарҙы көйләүсе булып башлай. Төрлө йылдарҙа баш бухгалтер, Өфө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, иҡтисад һәм күҙаллау бүлеге етәксеһе, баш ҡаланың Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, Өфө районы хакимиәте башлығының инвестиция һәм төҙөлөш буйынса урынбаҫары була.


Вернуться назад