Ҡырымға сәфәр05.04.2014
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов етәкселегендәге республика делегацияһы Ҡырым Министрҙар Советында Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Рөстәм Тимерғәлиев менән осрашты.

Рәсәйҙең ике республикаһы араһындағы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне улар.
– Был осрашыу Ҡырым Республикаһы менән Башҡортостан араһында яҡшы мөнәсәбәттәргә нигеҙ һалыр, тип ышанам, – тине Рөстәм Тимерғәлиев. – Рәсәй составында нығыныу өсөн Башҡортостандың тейешле тәжрибәһен үҙләштерә алырбыҙ, тип уйлайым.
– Ҡырым менән иҡтисади бәйләнеш электән килә. Оборона, нефть химияһы һәм химия сәнәғәте өлкәһендә ул айырыуса әүҙем үҫеште, – тине Рәүеф Ноғоманов. – Бөгөн әүәлге мөнәсәбәттәргә заманса һулыш бирергә, үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек өсөн яңы йүнәлештәр эҙләргә кәрәк.
Ҡырым етәкселеге нефть сығарыу һәм эшкәртеү, нефть химияһы, туризм, шифаханалар тармағында хеҙмәттәшлекте үҫтерергә теләк белдерҙе.



Вернуться назад