Юрист кәңәштәре04.04.2014
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Мин эшләгән ойошманың төп офисы икенсе ҡалала урынлашҡан. Әле етәкселек менән минең арала проблемалар килеп сыҡты. Уларҙы суд аша хәл итмәксемен. Ғариза менән ҡайҙағы судҡа мөрәжәғәт итергә: ойошма етәкселеге урынлашҡан ҡаланыҡынамы, әллә уның филиалы ҡараған район судынамы?

Илдар.

Стәрлетамаҡ районы.

Рәсәй Гражданлыҡ-процессуаль кодексының 29-сы статьяһында әйтелеүенсә, ойошмаға ҡарата суд ғаризаһы менән уның филиалы йәки вәкиллеге урынлашҡан ерҙәге судҡа ла мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Атайығыҙ ғына рәсмиләштерә ала

Күптән түгел вафат булған өләсәйемдән шәхси йорт ҡалды. Уның улы, йәғни атайым, «йәшел йылан» менән мауыға, шуға торлаҡты әле һаман үҙенә яҙҙырмаған. Күсемһеҙ милек намыҫһыҙ риелторҙар йәки башҡа ҡара уйлы кешеләр ҡулына эләгер тип ҡурҡам. Законлы вариҫ булараҡ, йортто үҙемә рәсмиләштерә аламмы?
Тимерйән.

Әлшәй районы.

Юҡ, торлаҡты үҙегеҙгә теркәтә алмайһығыҙ, сөнки йорттоң хужаһы булған өләсәйегеҙҙең беренсе нәүбәттәге вариҫы, йәғни атайығыҙ, иҫән. Ул ғына өйҙө үҙенә рәсмиләштереү хоҡуғына эйә.

Шәхси эш, тигәс тә...

Йортобоҙ эргәһендә генә бер ҙур магазин урынлашҡан. Унда байтаҡ ҡына ойошма сауҙа итә. Йәнең теләгән әйберҙе һатып алырға мөмкин. Әммә һуңғы ваҡытта ҡайһы бер бүлектәр эш тәртибен боҙа башланы. Килеүеңә уларҙа йә техник тәнәфес була, йә һатыусыһы урынында юҡ. Магазин хакимиәтенә мөрәжәғәт иткәйнем, «Бер ни ҙә эшләй алмайбыҙ, улар беҙгә буйһонмай. Шәхси эшҡыуарҙарға әйтегеҙ», тип яуап бирҙеләр. Хәҙер тәртип булмаҫҡа тейешме ни? Әллә шәхси эш асыусылар үҙҙәре теләгән ваҡытта ғына ҡулланыусыларға хеҙмәт күрһәтә аламы?
Мөслимә Фәхретдин ҡыҙы.

Өфө ҡалаһы.

Магазин етәкселеге, сауҙа урындарын ҡуртымға бирҙек тә шуның менән эш бөттө, тип уйлайҙыр, күрәһең. Был һорауҙы «Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында»ғы закондың 11-се статьяһы көйләй. Уның 2-се өлөшө сауҙа, халыҡты хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнгән ойошмаларға йәки эшҡыуарҙарға эш тәртибен үҙаллы булдырыуҙы рөхсәт итә-итеүен. Әммә статьяның 3-сө өлөшө һатыусыларға эш тәртибе тураһындағы мәғлүмәтте ҡулланыусыларға еткереү һәм уны теүәл үтәү талабын ҡуя. Бәлки, ҡайһы бер шәхси эшҡыуарҙар шәхси эш сәғәттәрен булдырғандыр. Әммә был бөтәһенә лә ҡағыла тигән һүҙ түгел. Урындағы хакимиәттең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ. Үтенесегеҙ һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ.


Вернуться назад